Һәр саҡ нәзәкәтле булып ҡала (Әбйәлил районы)

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан һәм республиканың агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн «Красная Башкирия» АХК-һының кадрҙар бүлеге инспекторы З. З. Хәмзина Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Һамар  ауылында тыуып үҫкән Зөлфирә Зиннур ҡыҙының бөтә тормош һәм хеҙмәт юлы тыуған хужалығы менән бәйле. Мәктәптән һуң бухгалтер һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ Покровка бүлексәһендә һөнәре буйынса эш башлай. Ошонда уҡ агроном вазифаһын башҡарған Озерный егете Рафаил Ғәбделфәйез улы менән яҙмышын бәйләп, иренең тыуған ауылына килеп төпләнәләр һәм өс тиҫтә йылдан ашыу ауылдаштарына, туғандарына һәр яҡтан үрнәк күрһәтеп, татыу ғүмер кисерәләр.

Хәмзиндар ғаиләһендә ата-әсә наҙына күмелеп ике ул һәм бер ҡыҙ буй еткергән. Бөгөн ҡыҙ-улдарының һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән ата-әсә өлгөһөндә матур итеп йәшәй, атай-олатай нигеҙҙәрен һыуытмай, Озерныйҙа донъя төҙөп, матур ғүмер кисерәләр.

– Икәүһе лә тыйнаҡ, баҫалҡы ул Зөлфирә менән Рафаил Хәмзиндар. Эшһөйәр булыуҙары менән айырылып торалар, үҙҙәренең көсө менән заманса өй һалып ингәйнеләр, ул тирәне һыу баҫҡас, яңынан йорт күтәрҙеләр. Унан инде ҡыҙ-улдарының һәр береһенә үҙ донъяһын төҙөргә ярҙам иттеләр. Әле бына ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә лә уларҙың ярҙамы ҙур,– ти был ғаилә хаҡында Озерный ауылының элекке уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән С. И. Низамова.– Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, Альберт, Артур, Земфира ата-әсәләре кеүек кеүек тәртипле, эшсән, уңған.

Балалары оло быуын Хәмзиндарға биш ейәнсәр, бер ейән бүләк иткәндәр. Зөлфирә Зиннур ҡыҙы өйөндә өлгөр хужабикә, уңған ҡатын, бәхетле әсәй, яратҡан өләсәй булһа, эшендә тырыш, вазифауи бурыстарын намыҫ менән үтәгән хеҙмәткәр булараҡ танылыу алған.

Озерный бригадаһында оҙаҡ йылдар бригадир ярҙамсыһы булып эшләй З. Хәмзина. Ул йылдарҙа бригаданың хужалыҡта ғына түгел, районда ла алдынғы иҫәбендә булыуында Зөлфирәнең дә хеҙмәте ҙур.

Хужалыҡта хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженер йөгөн байтаҡ ваҡыт намыҫлы тарта ул. Һәм һуңғы йылдарҙа хужалыҡтың бөтә бригадаларында йәшәгән, эшләгән халыҡты яҡшы белгән, һәр кем менән уртаҡ тел таба алған Зөлфирә Зиннур ҡыҙын кадрҙар бүлеге инспекторы итеп тәғәйенләп, етәкселек яңылышмай: бында ла һынатмай З. З. Хәмзина, хеҙмәтенең юғары баһаға лайыҡ булыуы ошо хаҡта һөйләй ҙә инде.

Алдынғы хужалыҡтың юғары эшләнеш күрһәткән эшсәндәре хаҡында ғына түгел, ферма-баҫыу, башҡа производство өлкәләренән мәҡәлә әҙерләгәндә ниндәйҙәр мәғлүмәт кәрәк булһа, һорауҙар килеп тыуһа, Зөлфирә Хәмзинаға даими мөрәжәғәт итергә тура килә. Һәм Зөлфирә Зиннур ҡыҙының һәр саҡ теүәл, аныҡ яуап биреүенә һоҡланам. Был уның үҙ эшен биш бармағы кеүек белеүен, вазифауи бурыстарын урын-еренә еткереп үтәүен күрһәтә.

Р. ДАУЫТОВА, "Осҡон" газетаһы корреспонденты

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей