Һәр орлоҡ мул уңыш бирһен
Районда иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәре башлана. Әле күп хужалыҡтар орлоҡ туплау һәм уны ағыулау менән шөғөлләнә, техника-агрегаттарҙы әҙерләй. Ленин исемендәге АХК иң беренсе булып күп йыллыҡ үлән майҙандарын тырматыуға төштө.
Аграрийҙар алдында бөгөн төп бурыс тора – яҙғы сәсеүҙе тейешле әҙерлек менән ҡаршы алыу һәм уны ойошҡанлы атҡарып сығыу. Район хакимиәтендә башлыҡтың ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов етәкселегендә үткән кәңәшмәлә тап ошо мөһим мәсьәлә көн үҙәгенә сығарылды. “Һуңғы осорҙа илдең аҙыҡ-түлек именлеге дәүләт кимәлендә ҡаралған иң төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан агросәнәғәт комплексына ҙур күләмдә ярҙам бүленә, – тип билдәләне Азат Булат улы, – был, әлбиттә, ҡыуаныслы. Был күренеш артабан да дауам итәсәк һәм беҙгә тармаҡты үҫтереү, яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыу бурысы тора”.
“Баймаҡ” мәғлүмәт-консуль тация үҙәге директоры Рәмис Әмиров аграрийҙарға ҡаралған дәүләт ярҙамы тураһында төплө мәғлүмәт бирҙе. Уның билдәләүенсә, ауыл хужалығы тауары етештереүселәре йыл башынан 17 млн һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алған. Әле тоҡомло малсылыҡ, кооперативты үҫтереү, йәшелсәселек, һөт эшкәртеү һәм һатыу, иген культуралары һатыу, техника һәм ҡоролмалар, химик саралар алған өсөн субсидиялар биреү көтөлә. Грант программалары буйынса 14 заявка ҡабул ителеп, әле уларҙың 12-һе БР
Ауыл хужалығы министрлығында конкурста ҡатнаша. 25 апрелгә тиклем “Ғаилә фермаһы” программаһына документтар ҡабул ителә. Әлегә был проектта 4 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Ғөмүмән, аграрийҙар өсөн бөгөн дәүләт тарафынан бөтөн шарттар тыуҙырыла, әленән-әле яңы проекттар ғәмәлгә индерелә. Шул уҡ ваҡытта 1-се репродукциялы орлоҡ һатып алыу өсөн республика бюджетынан 20 млн һум ярҙам бүленгән. Субсидия 25 апрелдән күсерелә башлаясаҡ.
Ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Рәмил Байымов билдәләүенсә, быйыл яҙғы баҫыу эштәренә 156 сәсеү агрегаты, ер эшкәртеүгә 200 трактор йәлеп ителәсәк. Әле йыл башынан 7 млн һумдан ашыуға 7 берәмек техника, ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоролмалары һатып алынған. “Баҫыу эштәре ваҡытында хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә етди иғтибар бүлеү мөһим, – тине баш инженер, – быны һәр етәксе аныҡ күҙәтергә бурыслы”. Инструктаж үткәреү, янғын һүндергестәр менән тәьмин итеү, техника-агрегаттарҙы бер баҫыуҙан икенсеһенә күсергәндә барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү мотлаҡ.
Райондың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Булат Байрамғолов әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк 234 тракторҙың 194-е (87 процент) техник тикшереү үткән. Сәсеүҙә ҡатнашасаҡ хеҙмәтсәндәрҙе һаҡланыу саралары, тракторҙы медаптечка, янғын һүндергес һәм авария билдәһе менән тәьмин итеү мотлаҡ.
“Быйыл яҙғы сәсеүҙе 88376 гектарҙа атҡарыу күҙ уңында тотола, – тип билдәләне райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов, – шуның 72 мең гектарын – иген, 9500 гектарын – техник, 9876 гектарын мал аҙығы культуралары тәшкил итәсәк. Әле районда орлоҡ туплау дауам итә. Һуңғы осорҙа 1020 тонна һатып алынды, шуның 420 тоннаһы район хужалыҡтарына тура килә. 17 тонна күп йыллыҡ үлән орлоғо һалынған.
Быйыл 650 тонна минераль ашлама һатып алыуға заявка бирелгән. Шул уҡ ваҡытта шыйыҡ ашлама тураһында оноторға ярамай, былтыр уны ҡулланғандар иген культураларынан һәйбәт уңыш йыйып алды.
Һауа торошон фаразлағанда, майҙа – яуым-төшөмдөң норманан әҙерәк, әммә июнь, июль, август айҙарында нормаға ярашлы булыуы көтөлә. Тимәк, кәрәкле уңыш алыуға өмөт бар һәм баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа, ҡыҫҡа ваҡытта атҡарып сығыу мотлаҡ”.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин үҙенең сығышында уҡыу йортоноң төбәктең ауыл хужалығы тармағы өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, быйыл да беҙҙең студенттар сәсеүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ, тип белдерҙе. Әле барлығы 136 студент район КФХ-ларында производство практикаһы үтә, улар миҙгелле эштәргә 4 июнгә тиклем йәлеп ителәсәк.
Илдус Әдиф улы билдәләүенсә, бөгөнгө шарттарҙа эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы арта бара. Дәүләт тарафынан да уларҙы күтәрмәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Юғары уҡыу йортон ғына түгел, ә урта махсус уҡыу йорттарын тамамлағандар һәм ауыл хужалығына эшкә барған йәштәр бынан ары 750 мең һум дәүләт ярҙамы алып ҡыуанасаҡ.
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, ти халыҡ мәҡәле. Уның һәр көнөн мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып, ергә мәлендә сифатлы орлоҡ һалыу – бөгөн төп бурыстарҙың береһе. Тыуған ергә төшкән һәр орлоҡ яҡшы һауа торошо һәм игенсенең даими хәстәре һөҙөмтәһендә мул уңыш бирер тип өмөтләнәйек.
Азамат МөХӘМӘТШИН