Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Радик Әғзәмовты күптәр ветеринар булараҡ белә. Булдыҡлылығы, һөнәри оҫталығы, кешеләр менән ипле аралашыуы, ойоштороу һәләте арҡаһында һөнәрендә күтәрелә – райондың ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Яуаплы һәм ҙур эш башҡарған белгес бер үк ваҡытта башҡа өлкәлә лә үҙ эшен алып бара.

Радик Рәшит улы 2013 йылда “Кузнечный двор” шәхси предприятиеһын аса. Эйе, булдыҡлылар, тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына эшҡыуар була ала шул. Районыбыҙҙан һәм күрше тирә-яҡ райондарҙан заказдар алып, кешеләрҙе матур эштәре менән һөйөндөрә. Ниңә эшҡыуарлыҡ менән шө­ғөлләнергә ҡарар иткән һәм нисек барыһына ла өлгөрә икән?!
- Мин малай саҡтан аҡса эшләргә яраттым, һәр саҡ иреклеккә, бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылдым. Алайғырҙан барда тейәгән машинаға ултырып, Ефремкин ауылы магазинына килә торғайным. Унда күп итеп ҡул сәғәттәре һатып алып, ауылға һөт машинаһына ултырып ҡайта инем дә ауыл малайҙарына ҡиммәтерәк хаҡҡа һата инем... Төҙөүсе булырға ла хыялландым. Ә яҙмыш башҡасараҡ хәл итте лә ҡуйҙы. 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз тех­никумына уҡырға индем. Бында ветфельдшерлыҡҡа уҡып сыҡтым. Артабан ситтән тороп Башҡорт аграр уни­вер­ситетының ветеринария бүлеген тамамланым. Был да осраҡлы түгелдер. Мал табибы һөнәренә үҙемде бағышлауым да бала сағыма бәйле. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Радил ағайым колхозда аттар ҡараны. Һәр ваҡыт уның янында уралдым. Аттарҙы өйрәтеү, уларҙа һыбай сабып йөрөү оҡшай ине. Ғөмүмән, малдарҙы бик яратам. Әле лә үкенмәйем: был һөнәрҙе бик дөрөҫ һайлағанмын! Тәүге хеҙмәт сынығыуын “Алатау” хужалығында алдым, - тип һөйләне Радик Рәшит улы.

Шулай ҙа егеттең күңел төпкөлөндә һәр саҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү теләге ята. Нимә асырға, нимә етештерергә мөмкин икән, тип оҙаҡ баш вата, уйлана... Ғаиләлә баланың һәр нимәне күреп үҫеүе ҙур роль уйнай шул. Атаһы Рәшит ағай колхозда тимерсе була. Радик уға эйә­реп эшенә бара, уның тимерҙе сүкеүҙәренә һоҡланып һәм ҡы­ҙыҡһынып ҡарай. “Ошо шөғөл шул тиклем күңелемә уйылып ҡалды. Был минең эшҡыуар­лы­ғыма нигеҙ булды ла инде. Эш асыр алдынан уйландым-уйлан­дым да ата­йым­дан кәңәш һорарға булдым. Нисек эшләргә, нимә­нән башларға – барыһы ла ҡы­ҙыҡһындырҙы. Яйлап баҙарҙы өйрән­дем, үҙ мөмкинлектәремде барланым. Был кәсеп ул ваҡытта районда бик таралмаған ине әле. Әлбиттә, үҙ эшеңде ойоштороу өсөн тәүҙә етерлек аҡса кәрәк. Банктан кредит алып, эшемде башлап ебәрҙем. Тәүге йылда ныҡ тырыш­ҡанбыҙҙыр, күрәһең - килем матур килде. Шуға ла артабан тағы ла дәртләнеберәк һәм сәмләнеберәк тотон­дом. Эш итеү серҙәре тәжрибә аша килде. Тимер – ул ныҡлы әйбер. Шуға ла уның менән шөғөлләнеү отошло. Унан төрлө әйберҙәр, фигуралар яһап була. Пред­прия­тиемда ха­лыҡ һораған, уның көнит­ме­шен­дә кәрәк булған ҡапҡалар, беседкалар, бәүелгестәр, мангал­дар, сәскә ҡуйғыстар етештерелә. Улар һуңғы йылдарҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Заман баш­ҡа – заң башҡа, тигәндәй, кеше­ләр хәҙер элеккесә баҡсаларында күпләп бәрәңге үҫтермәй, ә би­ләмәләрен ландшафт дизай­ны буйынса матурлай. Унда матур сәскәләр үҫтерә, беҙҙә етеш­те­рел­гән әйберҙәр менән дә тулы­ландырыуҙы кәрәкле таба. Һатыу буйынса ауырлыҡтар юҡ, заказ­дар биреп торалар. Ҡырмыҫ­ҡа­лынан тыш, тирә-яҡ күрше ра­йон­­дарҙы ла тәьмин итәм”, - ти ул.
Радик Әғзәмовтың һүҙҙәре буйынса, эшҡыуарлыҡта сығым­дарҙы һәм килемде, шулай уҡ ғаилә бюджетын күҙаллап хәл итергә кәрәк. Аҡса һәр саҡ әйләнештә булырға тейеш. Үҙ эшеңде асыу өсөн белем, тәж­рибә, баҙнатлылыҡ, ҡыйыулыҡ, артабан инде ты­рышлыҡ, ка­миллашыу мотлаҡ. Ауырлыҡтар осраһа, башты юғалтмаҫҡа, рухи яҡтан көслө булырға кәрәк.
Эшҡыуарлыҡта тәүлек әйлә­нәһенә хеҙмәт итеүҙәр, уйла­ныуҙар, йоҡоһоҙ төндәр ҙә йыш була. Шулай ҙа шәхси пред­прия­тие хужаһының “тыл”ы ныҡлы. Ҡатыны Наталья Валерьевна эшен аңлап, тиң күтәрешә. Юҡҡа ғынамы ни ул бер ваҡыт таң менән иренең, мин нимә менән шөғөл­ләнәсәгемде аңла­ным, тигән һүҙ­ҙәрен әле лә йылы һүҙҙәр менән хәтергә ала. Хатта тәүге мәлдәрҙә ҡатындың үҙенең дә биҙәктәрҙе иретеп йәбеш­тер­гәне булған!
Эштәренең һөҙөмтәһен кү­реү, башҡаларға һөйөнөс биреү, шулай уҡ ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү, улдары Артурҙы һәм ҡыҙҙары Аиданы барлыҡта йә­шәтеү уға ҡәнәғ­әт­лек, күңе­ленә рәхәтлек килтерә. Ә ғаи­ләһенең аңлауы уны тағы ла бәхетлерәк итә, йәшәүенә көс бирә.
Ныҡлы аяғында баҫып торған, үҙ юлын тапҡан эшҡыуар Радик Әғзәмов – үҙ еренең ысын хужаһы. Уға бөтә эштәрендә лә уңыштар юлдаш булһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей