Һөт илендә

“Урал”дарҙың һөт илендә – Бүреғырған йәйләүендә булып, ата-бабаларыбыҙҙың һәр эште аҡыл һәм ҙур файҙа менән эшләүенә тағы бер инанып ҡайттыҡ. 

Тау битләүенәрәк, йылға буйына урынлашҡан йәйләү – үҙе ожмахтың бер мөйөшө. Бәләкәй генә йәйге өйҙәрҙә ҙур тормош ҡайнай. Урындыҡ, һике, мейес, уңайлы кәштәләр, тыштағы арандай ауыҙлы икмәк мейесе, тағандарға аҫылған ҡаҙандар аңғармаҫтан боронғолоҡҡа сумдыра, ҡан хәтерен уята. 

Кескенә ауылды хәтерләткән йәйләү ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләй: ул күркәләр, эреле-ваҡлы ҡаҙҙар, тауыҡтар, бер көтөүҙә йөрөп ятҡан кәзә-һарыҡтар, ят кешеләрҙе күреп борсоулы кешнәшкән бейәләр, сырҡыраған ҡолондар... 

40-сы йыл йәйләүҙә йәйләгән хужалыҡ уңғаны Гөлсирә Дауытова ҙур ҡаҙанда себештәр өсөн туралған кесерткән бешерә. Витамины үҙендә, себештәр тиҙ утыға, ти. Өй артындағы баҡсала картуфтары күкрәп сәскә атҡан, сөгөлдөр, кишер, һуғанын да үҫтерәләр. Башта ныҡ һыуыҡ булғас, ҡыярҙы ғына икенсегә сәсергә тура килгән. 

- 60-70 баш һауын һыйырыбыҙ бар. Һауынсылар - Миләүшә Йәһүҙина, Зөлфиә Ғәлина, Нурсилә Иманғоловалар. Нурсиләбеҙ ауырып китеү сәбәпле, уны әле апайы Әлиә Мәхмүтова алмаштыра. Көтөүҙе Фәнил Йәһүҙин менән Иршат Мәсәғотов көтә. Һөттө ике көнгө бер Илшат Мәсәғотов ташый. Көндәлек һауым 640-650 литр. Башмаҡтарҙы Тайфур Шәмиғолов менән Буранбай Ғәлин ҡарай. 

Йәйләүгә 27 майҙа күстек, ауылға йомош төшһә генә ҡайтабыҙ. Аҡсаны айыныҡын айына биреп торалар. Эшҡыуар Гөлнара Шәмиғолова беҙ аҡса алғас та аҙыҡ-түлеген, кәрәк-ярағын тейәп килеп төшә. Ҡош-ҡортобоҙ, мал-тыуар менән мәж килеп көндөң үткәне лә тойолмай. 
1978 йылда тәү башлап йәйләүгә сыҡҡайным, өйрәнелгән – хаҡлы ялға сығылһа ла ташлап булмай. Йәйләүгә үҙ өйөмә ҡайтҡан кеүек киләм. Хәҙер еләк беште – уныһына ла өлгөрәбеҙ, - ти Гөлсирә апай. 

Йәйләүҙә балалар ҙа һәптеюҡ. Миләүшә Йәһүҙинала ғына улар бишәү. Ҡала тормошонан биҙерәп бында ятҡандар ҙа бар. 

Кеме ҡорот тасҡай, кеме еләктән тәмле ҡайнатма әҙерләй, кеме икмәк бешерә, кеме ҡымыҙ бешә – гөрләй генә йәйләү. Гөлсирә апай ете баш бейәһен һауып, ҡымыҙ бешеп, тотош йәйләүҙе һыйлай. Хатта ҡолғаналар килеп ала икән ҡымыҙын. 

Ҡыҫҡаһы, эше күптең ашы күп – сәхрәлә ирәйеп, эшенән һәм тормошонан ҡәнәғәт булып, йәй ғүмерен файҙа менән генә үткәрә Ҡыпсаҡ уңғандары. Һауынсылар әйтмешләй, үҙе рәйес, үҙе мөдир, үҙе эшсе – йүнләүсе Рәфис ағай Дауытов бесәнгә төшөргә техникаға запас өлөштәр артынан киткән. Уңған хужаның ҡул аҫтындағылар бер төптән, бер һүҙҙән. Был йәйләүҙә берҙәмлек, тырышлыҡ, эшкә мөкиббәнлек күҙгә ташлана. Бәрәкәт тә – ошонандыр... 

А. Ғарифуллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей