Һөнәрҙе дөрөҫ һайлау - ярты бәхет

Республикабыҙҙа эшкәртеүсе сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус уҡыу йорттары байтаҡ. Улар араһында абруйы киң таралғандары ла бар. Шундайҙарҙың береһе - Мәләүез күп профилле һөнәр биреү колледжы.

Был уҡыу йортоноң иң-иңдәр араһында булыуы унда эшләгән уҡытыусылар коллективына, төрлө йылдарҙа уны етәкләгән етәкселәрҙең эшмәкәрлегенә лә бәйле. Бөгөн был белем усағын Рита Сәмиғуллина етәкләй.

Колледждың тарихы 1961 йылдан башлана. Ул Кумертау тау-механика техникумының филиалы булып асыла, ә 1964 йылдан эшен Мәләүез аҙыҡ-түлек етештереү техникумының киске бүлеге булараҡ дауам итә. 1992 йылдан был уҡыу йорто - Мәләүез механика-технология техникумына, 2015 йылдан Мәләүез күп профилле һөнәр биреү колледжына әйләнә. Хәҙерге көндә уның ике филиалы бар: Күгәрсен районының Мораҡ ауылында һәм Көйөргәҙе районына ҡараған Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары.

Колледжда бөтәһе 1377 студент белем ала. Улар араһында республикабыҙ райондарынан тыш, Ырымбур өлкәһе, Себер тарафтары, Волга буйы округтарынан килгәндәр ҙә бар. Колледж көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)», «Һөт һәм һөт ризыҡтары технологияһы», «Әсетеү һәм шарап эшләү технологияһы», «Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау (тармаҡтар буйынса)», «Ит һәм ит ризыҡтары технологияһы», «Бина һәм ҡорамалдар төҙөү һәм эксплуатациялау», «Һыуытҡыс-компрессор машиналарын һәм ҡорамалдарын монтажлау һәм эксплуатациялау (тармаҡтар буйынса)», «Металл булмаған төҙөлөш конструкциялары етештереү» һөнәрҙәре буйынса студенттарға белем бирә.

Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан филиалында - «Умартасы», «Тракторсы-машинист», «Ветеринар-фельдшер», «Машина-трактор паркын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса белгес», Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта урынлашҡан филиалында «Иретеп йәбештереүсе», «Һанлы мәғлүмәтте эшкәртеүсе белгес», «Ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтеры» һөнәрҙәренә уҡытыла.

Колледжда яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн шарттар булдырылған. Уҡыу аудиториялары һәм лабораториялар, оҫтахана, китапхана, заманса компьютер кластары, студенттарҙы йыл әйләнәһенә йылы аш менән тәьмин итеүсе ашхана эшләй, ситтән килгәндәр өсөн 100 урынлыҡ ятаҡ та колледж янында ғына. Унда йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: дәрестәрҙән һуң ял итеп алыу бүлмәһе ҡаралған, студенттар өсөн автомат кер йыуыу машиналары, душ кабиналары урынлаштырылған.

Спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн уҡыу йортоноң ике спорт һәм бер тренажер залы бар. Бында төрлө секциялар ойошторолған: еңел атлетика, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы һәм башҡалар. Әйтергә кәрәк, колледжда спорт менән ныҡлап шөғөлләнгән студенттар уҡый. Улар араһында Рәсәй, республика кимәлендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән егет һәм ҡыҙҙар бик күп.

Колледж уҡытыусылары һәм студенттары Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, конференция һәм олимпиада ярыштарында әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шулар иҫәбендә 2008 йылдан башлап төрлө йылдар дауамында Мәскәү ҡалаһында уҙған Рәсәй агросәнәғәтенең «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә яуланған алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар бар. 2016 йылда «WorldSkills » конкурсында бронза миҙал һәм III дәрәжә дипломы, 2017 йылда шул уҡ конкурста алтын, көмөш миҙал һәм I, II дәрәжә дипломы, быйылғы йыл иһә көмөш һәм бронза миҙалдар һәм II, III дәрәжә дипломдары яуланған. 2018 йылда колледждың Рәсәйҙең иң яҡшы 100 уҡыу йорто исемлегенә инеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Быйылғы йылдың ғинуар айында «Комсомольская правда» гәзите ойошторған «Һөнәри белем биреү буйынса иң яҡшы уҡыу йорто - 2018» конкурсының «Иң яҡшы колледж» номинацияһында беҙҙең уҡыу йорто бишенсе урынға лайыҡ булды. «Фәнгә аҙым» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы йыл һайын тап ошо колледж базаһында уҙыуы ла күптән инде йолаға әйләнгән.

Быйылдан Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ярҙамы менән был белем усағында «Төҙөлөш тармағында техниктарҙың һөнәри компетенцияһын формалаштырыуҙың дуаль моделе» темаһына инновацион майҙансыҡ эшләй башланы.

Колледж әҙерләгән белгестәрҙе илебеҙҙең һәр төбәгендә көтөп алалар. Механик һөнәренә эйә булған күпселек егеттәр Себер тарафтарында, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа, сит республикаларҙа эшләһә, бина-ҡорамалдар төҙөү һәм эксплуатациялау бүлеген тамамлаусылар араһында үҙ төҙөлөш ойошмаларын асып, бик уңышлы эшҡыуар булып киткәндәр ҙә байтаҡ. Быйыл Златоуст, Силәбе ҡалаларында ла ойошмалар менән килешеү төҙөләсәк. Ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттарыбыҙ - һәр төрлө аҙыҡ-түлек етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәте ойошмаларында эшләп йөрөүселәр. Студенттарҙың практикалары башлыса ҡаланың һөт-консерва комбинатында, һыра, шәкәр заводында, элеваторҙа, “Мастер-А” ойошмаһында , башҡалабыҙҙың “НУМИК” йәмғиәтендә үтә. Уҡыу йортон тамамлаусылар белемдәрен артабан Башҡорт дәүләт аграр университетында, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында камиллаштыра ала. Был уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөлгән.

«Беҙ әлеге көндә матди-техник базаны яҡшыртыу, тыуҙырылған шарттарҙы артабан камиллаштырыу, уҡыу корпустарын һәм дөйөм ятаҡты ремонтлау эштәрен алып барабыҙ. Тыуған яҡтарынан, әсәй ҡанаты аҫтынан айырылып сығып, беҙгә белем алырға килгән балаларға иғтибар ҙур, һәр ҡайһыһына уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ. Мәктәп тамамлаған уҡыусылар, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау алдында тора икән, беҙҙең ишектәр улар өсөн һәр саҡ асыҡ. Беҙгә уҡырға килһендәр!» - ти колледж директоры Рита Мәҙәрик ҡыҙы.

Уҡыу-уҡытыу эштәрендә инновацион алымдар ҡулланыуҙы, актуаль булмаған ысулдарҙан тулыһынса баш тартыуҙы маҡсат итеп ҡуя колледж етәксеһе.

Мәләүез күп профилле һөнәр биреү колледжы заман һулышын тойоп, заман менән бергә атлай. Киләсәккә изге маҡсаттар ҡорған уҡыу йорто артабан тағы ла бейегерәк үрҙәр яулар әле.

Л. Абдрахманова.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей