Һөнәренә тоғролоғо өсөн

Мәғлүм булыуынса, оҙаҡ йылдар химия заводы район, шул иҫәптән республика һәм ил иҡтисадында төп позицияларҙы биләгән предприятиеларҙың береһе булды. Әлеге ваҡытта, эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа конкуренция киҫкенләшкән шарттарҙа ла, йәмғиәт етештереү фондын яңыртыу, заманса технологиялар һатып алыу һәм хеҙмәткәрҙәрҙең социаль шарттарын яҡшыртыу буйынса эшен дауам итә. Булған традицияларҙы һаҡлап ҡына ҡалманы, уны үҫтереү, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән етди эш алып бара.

Унда бөгөн 800-ҙән ашыу кеше эшләй. Улар араһында бөтә хеҙмәт биографияһын предприятиены үҫтереүгә арнағандар байтаҡ. Экология анализы лабораторияһы лаборанты Нурия Сәлихова - шундайҙарҙың береһе. Уның йәмғиәттә эшләй башлауына быйыл - теүәл 33 йыл. Үҙ эшенә намыҫлы ҡарағаны, яуаплылығы, һөнәренә тоғролоғо өсөн уның фоторәсеме предприятиеның Маҡтау таҡтаһынан урын алған.

Мәктәптән һуң химия заводына эшкә килде тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын, сөнки Нөгөш мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ химия-технология техникумына уҡырға инһә лә, һағыныуына түҙә алмай, беренсе курсты ла бөтмәй, тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм ул ваҡытта етештереү ҡеүәте буйынса бөтә илдә билдәлелек яулаған химия сәнәғәте предприятиеһына эшкә урынлаша.

- Эшкә килгән көн бөгөнгөләй хәтеремдә, - ти Нурия Миңлехан ҡыҙы. -Йәмле май айы ине, заводта эшләгән авызыйым тәүҙә аҙыҡ преципитаты цехына, шунан яңы ғына асылған лабораторияға алып килде. Бинаға ингәс тә күңелемә ятты: бөтә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек, вестибюлдә гөлдәр сәскә ата, өҫтәлдә матур тышлы журналдар... Һәм бына өс тиҫтәнән ашыу йыл һиҙелмәйсә үткән дә киткән.

Нурия Сәлихованың бөтә иҫтәлекле ваҡиғалары ошо предприятиеға бәйле тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Тап ошонда ул буласаҡ тормош иптәше Инсаф Фәрғәт улын осратып, ғаилә ҡора, ике балаға ғүмер бүләк итә, иң яҡын дуҫтарын таба.

- Элекке хеҙмәттәштәребеҙ менән осрашҡанда һүҙебеҙ тик ошо завод тирәләй булыуына бер ҙә ғәжәпләнергә түгел, сөнки күбебеҙҙең иң матур, күңелле йылдары ошода үтте. Һөнәри байрамыбыҙға арналған саралар, цех араһында ойошторолған кисәләр йөрәк түренән урын алған. Ырымбурға - тауарға, Өфөгә концерттарға йөрөгән ваҡыттарҙы ла һағынып иҫкә алабыҙ. Заводтыҡылар эшләй ҙә, ял да итә белде, - ти мәҡәләбеҙ геройы. - Предприятие бөгөн дә ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Социаль программалар һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡаланың төп предприятиелары булараҡ уның роле әле лә баһалап бөткөһөҙ, тип уйлайым. Иҡтисади көрсөк шарттарында ла эш һөҙөмтәлелеген күтәреү, инвестициялар йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләй.

Химия-технология техникумын тамамлай алмаһа ла, үҫмер сағындағы химия сәнәғәтендә эшләү хыялы барыбер бойомға ашҡан Нурия Миңлехан ҡыҙының. Ул хаҡлы рәүештә маҡсатыма ирештем, тип әйтә ала, сөнки үҙ булмышын ошонда тапҡан, ихтирам һәм абруй яулаған.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей