Һоҡланырлыҡ та, өлгө лə алырлыҡ

Үтеп барған йылға йомғаҡ яһап, йыл аҙағында ғаилə байрамдарын  билдəлəүсе ғаилəлəрҙе тəбриклəнек. Улар парлы тормошта 60 йыл бергə ғүмер итеүсе Зинур менəн Фəниə Уразаевтар, алтын туйҙарын уҙғарыусы Рəфҡəт менəн Ғəлиə Əбүшəһминдар һəм Зинəт менəн Мəүлиҙə Юлбаевтар ғаилəлəре.

Ғəүһəр туйҙарын билдəлəүсе Зинур менəн Фəниə Уразаевтар 1960 йылдың 17 октябрендə никахлашып, тормош ҡороп ебəрəлəр. Никахтары  теркəлеүен  дəлиллəүсе ҡағыҙ əле лə һаҡлана. Аҡһары ауылы егете районыбыҙҙың Наҙар ауылынан (ул  ауыл  бөткəн)  Фəниəне бер күреүҙə оҡшата. «Нисек итеп күрешə торғайнығыҙ?» тип һорағас, Фəниə инəй - «Йыраҡ түгел ине бит», тип шаяртты. Күп тə үтмəй, һүҙ бирешеп никахлашалар. Хатта ул көндө Вистарка (тəрəн итеп  эшлəнгəн  ат  арбаһы) менəн  килеп  алғанын  да иҫлəй Фəниə инəй. Йəш ғаилə, тиҙ арала, бер яҡлы булһа ла үҙ йорттарын булдырып керəлəр. Мөхəббəт емештəре булып, бер-бер артлы 6 балалары донъяға килə: ике улы һəм дүрт ҡыҙҙары.

Зинур Йосоп улы 45 йыл механизатор, Фəниə Хəйрулла ҡыҙы ауыл хужалығында һауынсы булып эшлəп, бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына эйə, хеҙмəт  ветераны  исеменə лайыҡ булып хаҡлы ялға сығалар.  «Төп  эшебеҙҙəн тыш,  ҡайҙа  эшкə  ҡушалар, шунда эшлəнек», - тип ғорурланып һөйлəй улар.

Хəҙерге  көндə  Уразаевтар  үҙ йорттарында  ғүмер итəлəр. Əле  лə  шəплектəрен юғалтмағандар. Күплəп ҡош-ҡорт, һуғым өсөн башмаҡ аҫрайҙар, тəҙрə төптəрен, ишек алдарын тултырып  сəскə  үҫтерəлəр,  үҙ аллы тормош көтəлəр. 4 ейəндəре, 9 ейəнсəре һəм 19 бүлə-бүлəсəрҙəре өсөн улар бəхетле олатай-өлəсəй.

 

 

 

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей