Хәл ителер, ваҡыт бирегеҙ

Алдан яҙғаныбыҙса, үткəн шаршамбы көндө Зəк-Ишмəт ауылында өмə үтте. Ауыл мəсете муллаһы Ғəли Рəхимовтың һорауы буйынса, иман йорто янындағы ташландыҡ бинаны алып ташлау, тирə-яғын тəртипкə килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны ойоштороусылар. Сара алдынан Зəк-Ишмəт ауылы советы хакимиəтендə халыҡ менəн осрашыу үтте. Йəнле һөйлəшеүҙə район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов, район хакимиəте башлығының беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллин, район Советы секретары Əхəт Исламғолов, иҡтисад, финанс һəм инвестициялар буйынса район хакимиəте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбəйеров, муниципаль ер контроле буйынса баш инженер Рөстəм Байгилдин, мəҙəниəт бүлеге начальнигы Рəғиҙə Нафиҡова, БР Ер һəм мөлкəт мөнəсəбəттəре министрлығының Көйөргəҙе районы буйынса милек менəн идара итеү комитетының баш белгесе Ильмира Ишбирҙина ҡатнашты. - Хəйерле көн, Зəк-Ишмəт ауылы халҡы. Бөгөнгө осрашыуҙа кеше күберəк булырына ышанғайным, - тип башланы һүҙен район башлығы Юлай Талха улы. - Əммə халыҡ аҙыраҡ, артабан, күберəк кешелəрҙе йəлеп итеү өсөн, бындай осрашыуҙарҙы ял көндəрендə үткəрһəк, яҡшыраҡ булыр. Һеҙҙең менəн килеп танышырға, аралашырға булдыҡ. Проблемаларығыҙҙы бергəлəп хəл итер өсөн урынбаҫарҙарымды ла алып килдем. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап биреп бөткəс, күмəклəп Рамаҙан айында изге эш башҡарып, мəсеттең тирə-яғын матурлап ҡуяйыҡ. Кешенең аҙлығы зəктəргə булған проблемаларҙы күтəрергə ҡамасау итмəне. - Таймаҫтан Михайловкаға тиклем юлға аңлайышһыҙ бер нəмə түшəп ҡуйҙылар, - тине ауыл старостаһы Рал Зəйнəғəбдинов. - Был юлдан йөрөрлөк түгел. Машина аҫтынан таштар оса, үткəндə йə тəҙрə ватыла, йə тəгəрмəс тишелə. Ундай юл һалғансы, бөтөнлəй теймəү яҡшыраҡ булған. - Был мəсьəлə буйынса элекке башлыҡ Əхəт Ҡотлоəхмəтов та өҫкə хат яҙған булған, мин дə яҙҙым. Быйылға юлдар төҙөклəндереү буйынса план төҙөлгəн. Шулай булғас, был мəсьəлəне килəһе йылда хəл итергə тырышырбыҙ. Тəү ҡарауға еңел генə хəл ителə торған һорау булып күренһə лə, ҡатмарлы ғына проблема ул. Əммə ҡулдан килгəнсə барыһын да эшлəргə тырышырбыҙ, - тине район башлығы. Артабан һүҙҙе ауылы яҙмышы өсөн битараф булмаған Рəмилə Əкбəрова алды. - Клуб - ауылда күплəп кешене йыйған, мəҙəнилеккə өйрəткəн үҙəк. Клуб эсен матурлап ҡына тоторға тырышабыҙ, əммə тыштан кергəндə үк күңел төшə. Кəртəлəрен алмаштырып ҡуйырға кəрəк ине. Тəҙрəлəре лə саҡ тора, емерелеп ҡуймаһын тип, уны йыуырға ла ҡурҡабыҙ. Клубта газ үтмəүе лə проблема, халыҡ мəҙəниəт усағы һыуыҡ, тип сараларға йөрөмəй, - тине Рəмилə апай. Рəмилə ханымдың һүҙҙəренə ауыл советы хакимиəте башлығы Илшат Зəйнəғəбдинов та ҡушылып китте. - Ысынлап та шулай, клуб хеҙмəткəрҙəре тырышып, төрлө саралар үткəрə, халыҡ түлəп керə. Ошо байрамдарҙан йыйылған аҡсаларҙы район мəҙəниəт бүлегенə тапшыралар, ə үҙҙəре хатта ҡəлəм менəн блокнот та ала алмай ултыралар. Ошо ғəҙелме? Үҙҙəренең аҡсаһын үҙҙəре тотонһалар ярамаймы икəн? - тине ул. Клуб буйынса проблемаларҙы ла яҡшы аңлаған Юлай Талха улы, мəсьəлəнең ыңғай хəл ителəсəген, тик аҙыраҡ ваҡыт кəрəклеген əйтте. Артабан мəктəп, балалар баҡсаһы буйынса һорауҙарҙы белем усаҡтары директоры Əлфиə Рəхимова күтəрҙе. Ул Зəк-Ишмəт мəктəбенең ишек алдына асфальт түшəү, мəктəпкə ремонт эшлəү, электр ҡорамалдарын яңыртыу, йылы бəҙрəф эшлəргə кəрəклеге хаҡында һөйлəне. Михайловка ауылындағы белем усағының залы авария хəлендə икəнлеген бəйəн итте. Балалар баҡсаһында газ үтмəүе, йылытҡыстарҙың электрға тоташтырылыуы, шуға белем усағының һалҡыныраҡ булыуын да ситтə ҡалдырманы Əлфиə Сəйҙəш ҡыҙы. Был һорауға яуапты иҡтисад, финанс һəм инвестициялар буйынса район хакимиəте башлығы урынбаҫары Айрат Винер улы яуап бирҙе. - Быйылға Зəк-Ишмəт мəктəбенə 5 млн 917 мең һумға ремонт яһау планлаштырылғайны, əммə əлегə конкурс булманы, - тине ул. Һүҙгə ауыл муллаһы Ғəли Рəхимов ҡушылды. Ул ауыл мəктəбенə Шəмсетдин Зəки исемен бирергə тəҡдим итте һəм уның əүлиə булыуы хаҡында һөйлəне. - Шəмсетдин Зəки хатта Аҡмулланы уҡытҡан. Уны һис шикһеҙ күтəрергə кəрəк, - тине Ғəлим мулла. Юлай Талха улы ла Шəмсетдин Зəкиҙең кем булыуын ҡыҙыҡһынып тыңланы һəм мəҙəниəт бүлеге начальнигы Рəғиҙə Нафиҡоваға килəһе йылға планлаштырылған саралар иҫəбенə Шəмсетдин Зəкигə арналған сараларҙы ла керетергə ҡушты. “Тəүҙə районыбыҙ кимəлендə үткəрһəк, аҙаҡ хатта республикабыҙға ла сығарырлыҡ саралар уйларға кəрəк. Шəмсетдин Зəкиҙең кем икəнлеген һəм ниндəй эштəр башҡарыуын барыһы ла белергə тейеш”, - тине Юлай Ильяов һəм Зəк-Ишмəт ауылының исеме ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Был ауылдан сыҡҡан күренекле, ҙур эшҡыуарҙар тураһында һорашты. Уларҙың исемлектəрен үҙенə яҙып биреүҙəрен һораны, ə Юлай Талха улы ситтə йөрөгəн зəк-ишмəттəр менəн бəйлəнешкə сығасағы һəм уларҙан тыуған ауылдары өсөн ярҙам итеүҙəрен һораясағын белдерҙе. Артабанһүҙҙе хакимиəт башлығының беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллин алды. - Һеҙҙең ауылда фермерҙар тырыш. Шулай ҙа замандар үҙгəрə бара, яңы талаптарға ярашлы яңы технологиялар ҡулланып эшлəргə кəрəклеген онотмайыҡ. Бəлки, күбеһе белмəйҙер, хəҙер фермерҙар өсөн, үҙ эшеңде башлау өсөн дəүлəттең ярҙамы, төрлө уңайлы программалары бар. Ҡурҡмайынса шуларҙа ҡатнашырға кəрəк. Əгəр һорауҙарығыҙ булһа, хакимиəткə килегеҙ, ҡулдан килгəнсə ярҙам итербеҙ, - тине Нəүғəт Кəлимулла улы. - Ауылыбыҙҙағы бер фермер иген үҫтерəм тип, 125 гектар ерҙе алды ла, үҙе ситкə эшкə сығып китте, - тип əсенеп һөйлəп китте ауыл старостаһы Рал ағай. – Был ерҙəр əрəм булып ята, баҫыуында сүп үлəндəре үҫеп ултыра, ниңə ундай кешелəргə ер бирəһегеҙ ул? Уны көтөүгə сығармаған малдар мəсьəлəһе лə борсоуын əйтте. - Быйыл был егеттең ерҙəрен тикшереү планға индерелгəн. Шул саҡта барыһы ла хəл ителəсəк. Ə көтөүгə ебəрмəй иреккə сығарылған малдар буйынса рейд ойошторорға кəрəк. Кемдəрҙең малын тоталар, протокол төҙөйəсəкбеҙ һəм шул хужаға аҙ булмаған күлəмдə штраф һалынасаҡ, - тине Нəүғəт Кəлимулла улы. Бер урамдан балалар йөрөй, унан йөрөүе ҡурҡыныс, ҡараңғы булыуы, шунда тиҙ арала бағаналарға ут ҡуйырға, юлын рəтлəргə кəрəк, тип тə əйттелəр осрашыуҙа зəктəр. Сходтан һуң барса халыҡ мəсет янындағы үрҙə телгə алынған ташландыҡ бина янына йыйылышты. Хакимиəттəн килгəн урынбаҫарҙар ҙа, район башлығы Юлай Ильясов та, “Юшатыр” гəзите лə ең һыҙғанып эшкə тотондоҡ. Ҡулдан килгəнсə барыһы ла көс һалды. Райондың юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хужаһы Юрий Шибин, үҙе ошо ауыл депутаты булараҡ, ҡеүəтле техника алып килгəйне. Əлбиттə, бер көндə барыһын да эшлəп өлгөрөп булманы, шулай ҙа күмəклəгəн яу ҡайтарған тигəн кеүек, зəктəр был эште тамамлап ҡуйырҙар. Өмəнəн һуң Юлай Ильясов үҙенең урынбаҫарҙары менəн сходта бирелгəн һорауҙарҙы өйрəнеү өсөн клуб, мəктəп, балалар баҡсаһына юлланды. Ул һəр проблеманы үҙе күреп танышты: “Бар мəсьəлəне лə хəл итергə тырышырбыҙ, тик ваҡыт ҡына бирегеҙ”, - тине район башлығы зəктəр менəн хушлашҡанда. Аҙаҡ район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов, уның урынбаҫарҙары менəн Зəк-Ишмəт ауыл советы хакимиəте башлығы Илшат Зəйнəғəбдинов Михайловка менəн Марьевка ауылдарында ла халыҡ менəн осрашты. Был ауылдарҙа йəшəүселəр ҙə етəкселəргə үҙҙəрен борсоған һорауҙарын əйтте.

Юлай Талха улы ИЛЬЯСОВ, район хакимиəте башлығы: - Беҙ тəүге күсмə йыйылышты үткəреп ебəрҙек. Район үҙəгенəн алыҫтараҡ йəшəгəн ауыл халҡына, үҙҙəрен борсоған һорауҙар менəн хакимиəткə килеп йөрөүе ауыр булғанлыҡтан, беҙ үҙебеҙ һеҙгə юлландыҡ. Зəк-Ишмəт, Марьевка, Михайловка ауылдары халҡы менəн осрашыу беренсе тəжрибə булды. Район хакимиəте вəкилдəре урындағы халыҡтың һорауҙарын тыңланы. Һеҙ ҙə мине аңлағанһығыҙҙыр, ишеткəнһегеҙҙер, тип өмөт итəм. Лəкин шуны белегеҙ: мин был проблемаларҙы бер үҙем генə йырып сыға алмайым. Минең менəн бергə эшлəгəн командам бар, мин уларға ышанам. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙəренең һəр бер аҙымы өсөн минең алда отчет тоторға бурыслы. Беҙ һеҙҙең ауылдағы мəктəпте, мəҙəниəт усағын, балалар баҡсаһын, юлдарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Ысынлап та, проблемалар бар һəм улар тиҙ арала хəл итеүҙе талап итə. Лəкин ваҡыт та кəрəк буласаҡ, сөнки бер генə нəмə лə тылсымлы таяҡ менəн һелтəгəнгə генə эшлəнелмəй. Ошондай сходтарҙы райондың барлыҡ ауылдарында ла ойошторорға тырышасаҡбыҙ. Сөнки күҙгə-күҙ ҡарашып һөйлəшеү һəр ваҡыт файҙалы. Лəкин күңелде ҡырған нəмə тураһында ла əйтмəй булдыра алмайым. Алдан халыҡҡа иғлан итһəк тə, өмəгə халыҡ аҙ килде. 280-лəп кеше йəшəгəн ауылда был өмə юғалып ҡалғандай булды. Əммə килəһе өмəлəрҙə халыҡ күберəк булыр, тип ышанам.

Айгөл ХАЛИҠОВА

 Розалия НАЗАРОВА фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей