Хеҙмәттән йәм табып

Үткән быуатта ауыл хужалығы эшсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте күсмә Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән билдәләнә, беҙгә республиканың төрлө мөйөшөнән тәжрибә уртаҡлашыуға киләләр. Колхоз рәйесе Сәлих Насретдинов, быҙау ҡараусы Нәсимә Фәзлиәхмәтова Социалистик Хеҙмәт Геройы, механизатор Нәжметдин Аҡбирҙин һәм һимертеү комплексы звеньевойы Василий Евченко СССР-ҙың Дәүләт премияһы, 55 хеҙмәтсән Ленин ордены, 62-һе Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Беҙҙекеләр бәләкәй Ватан данын Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, СССР-ҙың Юғары Советында,  Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы форум, күргәҙмәләрендә лайыҡлы күрһәтә.

2018 йылда ауыл хужалығы тармағының тулайым етештереү күләме 3  миллиард 781 миллион һум (82,2 процент) тәшкил итте. Аграрийҙар уҙған йылда 282 миллион һумға машина трактор паркын яңыртты, 58 миллион һумға 366 баш тоҡомло мал һатып алыуға иреште.

Бөгөн “Ашҡаҙар” хужалығы инвестиция программаһы сиктәрендә 377 миллион һумға һөт-тауар фермаһы төҙөй.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей