Хеҙмәттә үткән тормош

Ғорур, аҡыллы һәм намыҫлы әсә, тәрбиәле ҡатын, донъя тотҡаһы булырҙай гүзәл зат, ошо арала үҙенең 80 йәшен тултырған Сулпан Хәсән ҡыҙы  тураһында был яҙмам. 

Теләш ауылында Хәсән һәм Фәтхиә Харрасовтар ғаиләһендә донъяға килә ул. Хәсән ағайҙың тәүге ҡатынынан Хәкимйән исемле улы була, ҡатыны ауырып донъя ҡуйғас, Салауат ауылынан Фәтхиә исемле ҡатынға өйләнә, унан Сулпан тыуа, бүтән балалары булмай.

— Беҙ иҫ белгәндә һуғыш бара ине, — тип хәтерләй апай бала сағын.

Ауыр һуғыш йылдары шул ваҡытта йәшәгән балаларҙа ла, ололарҙа ла эҙ ҡалдырмай үтмәй шул. Аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр ауыл тормошо Сулпанды ла урап үтмәй. Уның атаһын һуғышҡа алмайҙар, хеҙмәт армияһында була, ә ағаһы Хәкимйән һуғышта булып, 1946 йылда ғына ҡайта. Һуғыш бөтөүгә 1945 йылдың көҙөндә ул беренсе калсҡа бара һәм Теләш ауылында дүртенсе класты тамамлағас, Ташбулат мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый.

— Бәләкәй булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, яҙ еткәс, беҙҙе төрлө колхоз эшенә ҡуша торғайнылар. Иген утауға сығаралар, бесән мәлендә тырма тотоп, өлкәндәрҙән ҡалышмай эшләргә тырыша торғайныҡ. Көҙ етһә, башаҡ йыйырға сыға инек... Эш ауыр булды, әммә алай ҙа һуғыш бөттө, тип, беҙ, бала-саға, йүгереп йөрөп эшләргә тырыштыҡ. Аслы-туҡлы, йыртыҡ кейем-һалым менән йөрөһәк тә, — тип дауам итә апай.

Ете класты тамамлағас, колхозда төрлө эштә йөрөй, һыйыр һауа, быҙау ҡарай.

Яңы Балапан ауылынан Теләшкә Рәүиә исемле ҡыҙ килен булып төшә, Сулпан уны оҙатып алып барғанда, Мөбәрәк исемле егетте осрата һәм бер күреүҙән уны оҡшата, йәшәтр осраша башлай.

1959 йылда ғаилә ҡороп ебәрәләр, туй үткәреп, йәшәп китәләр. Мөхәббәт емештәре булып улдары Ринат донъяға килә.

Мөбәрәк ағай эшкә сос, таһыллы була. Ғаиләле булыуына ҡарамаҫтан, Таштимер училищеһында уҡып, тракторсы һөнәрен ала. Һәм Шайморатов исемендәге колхозда һөнәре буйынса эш башлай. Ун йылға яҡын ата-әсә менән йәшәгәндән һуң, йәштәр яңы йорт бөтөрөп инәләр.

Тырыш, уңған Мөбәрәк ағай, колхоз эшенән дә ҡалмай, өйөндә лә тынғы белмәй; ҡулында һәр саҡ сүкеш-балтаһы була. Сулпан апай иһә донъяһын көтөп, балалар тәрбиәләп кенә ултырмай, фельдшер-акушер пунктында йыйыштырыусы булып эшләй.

Бер-береһен ихтирам итеп, башҡаларға өлгө булып ғүмер кисергән ғаиләгә ҡайғы килә: сәсеү мәлендә Мөбәрәк ағай эш урынында ҡапыл ауырып китеп, вафат була.

Сәскән бойҙайҙың ағыуын артыҡ күп индергәндәр, тип табалар үлеменең сәбәбен. Һөйөклө ире менән 16 йыл йәшәп, 6 балаға ғүмер бирәләр. Сулпан апай береһенән-береһе бәләкәй алты бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Был көтөлмәгән фажиғәгә нисек түҙергә белмәй үткәргән йоҡоһоҙ төндәрен Сулпан апай үҙе генә беләлер. Ҡайғыһын балаларына баҫып, баш көллө эшкә сума 36 йәшлек тол ҡатын.

Етемлектең әсе һурпаһын балалары татымаһын, аталы балаларҙан кәм-хур булмаһындар тип эшкә егелә ул, күпләп ҡош-ҡорт аҫырай, кәзә-һарыҡ, һыйыр малдары ишле була. Балалары бер аҙ ҡул араһына инә башлағас, картуф баҡсаһын ҙурайтып күпләп йәшелсә үҫтерергә тотона. Йөрәге һыҡтаған саҡтарҙа һыр бирмәй, үҙе кеүек яңғыҙ ҡатындарға, парлы ғаиләләргә өлгө булып йәшәне ул. Бөтә эшкә балаларын да өйрәтә.

— Үҙемә уҡыу эләкмәне, балаларымды мотлаҡ уҡытасаҡмын тип тырыштым, — ти. Йәшләй генә һөйгәненән ҡалһа ла, ғүмер баҡый уға тоғролоҡ һаҡлаған, үҙен һоратып килеүселәр булһа ла, сит ирҙәргә күҙ һирпмәгән, тәүге мөхәббәтенә тап төшөрмәй, хис тойғоларын күңелендә һаҡлай алған оло йөрәкле ҡатын ул Сулпан Хәсән ҡыҙы.

Әйткән әйтеүен еренә еткереп үтәне ул: бөтә балалары ла дипломлы белгестәр, башлы-күҙле. Бөгөнгө көндә 17 ейән-ейәнсәргә, 10 бүлә-бүләсәргә яратҡан өләсәй булып улар күңеленә изгелек орлоҡтарын һала.

Мөбәрәк ағайҙың ҡотло нигеҙе бөгөн дә балҡып ултыра, изгелеге, именлеге менән күркәм.  Сулпан апай улы Ислам менән атай нигеҙендә көн күрәләр. Оҙаҡ йылдар Ислам Белорет ҡалаһында эшләне, көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, мәғариф алдынғыһы, бөгөн ул Магнитогорск ҡалаһында эшләй, ҡатыны Лилиә Яңы Балапан  ауылындағы балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Улар бер малай, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

Бәләкәй саҡтан Ҡырҡтытау битләүендә еләк тиреп, Ҡарабалыҡлы, Сабаҡты, Мауыҙҙы күлдәренең мөғжизәле хозурлығына һоҡланып үҫкән, матурлығын тоя белгән Сулпан апай балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ошо сифаттарҙы еткерә алған. Уларға матур тәрбиә биреп, хеҙмәтте яратырға, олоно оло, кесене кесе итергә, ихтирамлы, ярҙамсыл, һәр нәмәлә матурлыҡ күрергә өйрәтте ул.
Өфө ҡалаһында йәшәгән улы Байрамғол да Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, спорт мастерлығына кандидат, спорт мәктәбендә тренер. Улы Мәскәүҙә ФСБ-ның пограничниктар академияһында белем ала.

Ташбулат ауылында йәшәгән ҡыҙы Әғниә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты, тормош иптәше менән өс балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарҙылар.

Яйҡар ауылында төпләнгән Әлмираһы Марс кейәүе менән өс бала үҫтереп, бөгөн үҙҙәре олатай-өләсәй. Атаһы мәрхүм булғанда ике йәш ярымлыҡ булып ҡалған Илсиәһе Ташбулат мәктәбендә башҡорт теленән дәрестәр бирә, ул да Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр.

Сулпан апайҙың буш ултырғанын күрмәҫһең, ейәндәренә, бүләләренә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, күҙ яуын алырлыҡ япмалар тегә, ҡорамалап юрғандар эшләй. Килененә ҡош-ҡортон, малын да тәрбиәләшә. Түҙемлек, эшсәнлек өлгөһө булып ғүмер кисерә әсә. Ғаиләһендә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, яғымлы өләсәй, ихлас булмышы, кешелеклелеге, ярҙамсыллығы, аҡыллы кәңәштәре өсөн хөрмәт итә уны балалары, яҡындары. Алты балам — алты ҡыуанысым ти әсә. Көслө рухлы,оло йөрәкле, алсаҡ, киң күңелле, ярҙамсыл, ябай булыуы менән балаларына, туғандарына үрнәк ул. Һәр ҡаршылаған көнгә ҡыаунып, доғалары аша Аллаһы тәғәләгә рәхмәттәрен әйтеп, барына шөкөрана ҡылып йәшйә изге йөрәкле ағинәй, хеҙмәт ветераны. Шулай бөтәһе лә Әсәнән тора.

 Иң бөйөгө — раббым Алла, иң ҡәҙерлеһе әсәй. Ғүмер йомғағының артҡа ҡалған йылдарын барлағанда ҡәәнәғәтлек тойғоһо кисереп, үткәндәр өсөн йөҙө ҡыҙармаҫлыҡ итеп лайыҡлы йәшйүенә һөйөнә ағинәйө. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Намыҫлы, тырыш йәшәгәндәр бына шулай бәхетле ҡартлыҡҡа лайыҡ.

Сәриә МАЛЫБАЕВА.

Яңы Балапан ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей