Хеҙмәттә ал бирмәнеләр

Атайыбыҙ Зиннәтулла Шәрәфетдин улы Буранбаев 1931 йылдың 2 мартында Ҡәрйән ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ҡартатайыбыҙ ауырығанлыҡтан, ул бәләкәйҙән эшкә төшә, 10 йәшендә генә йылҡы көтә башлай. Шулай башлана уның хеҙмәт юлы.

Германияла 3 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Ҡаҙырша ауылының уңған, hылыу ҡыҙы Миңлебикә Әхмәтсафа ҡыҙы Юламановаға өйләнә, 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Атай-әсәйебеҙ бәхетле ҡартлыҡ кисерә, балаларын эйәле-башлы итеп, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә ҡыуанып, 60 йылдан ашыу бергә йәшәй, Аллаға шөкөр. Уларҙьң донъялары бөтөн, таҙа, "Өлгөлө йорт" исеме бирелгән. Атайыбыҙ 87 йәшен тултыра, Алла бирһә. Баҡса үҫтерә, бал ҡорттарын ҡарай, кәртә-ҡураһын да ялт иттереп тота.

Әсәйебеҙ ҙә егәрле, ағасын да ултыртты, ырҙында ла, фермала ла эшләне, аҙаҡ совхоз контораһында йыйыштырыусы, ут яғыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, хеҙмәт ветераны.

Атайыбыҙҙың хеҙмәт стажы - 40 йылдан да ашыу. Улар эшләгән осорҙа бөтә эш ҡул хеҙмәте менән башҡарыла, техника булмай. Бесән-һаламын, силосын да ҡырҙан ташып ашаттылар. Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән ҡырға сығып, ҡара көҙгәсә, ҡар яуғансы совхоз малын көттөләр. Һимерткән малдарын Орск ҡалаһына ит комбинатына аҙналар буйына үҙҙәре ҡыуып алып барҙы, сират көтөп, уларҙы ашатып яттылар. Үҙенең төркөмөндә 80-90 баш малды ҡарап, иртә таңдан ҡара кискә тиклем фермала тир тукте атайыбыҙ.

Хөкүмәтебеҙ уның хеҙмәтен юғары баһаланы: "Октябрь революцияһы", "Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ" ордендары, миҙалдар, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығыньң Маҡтау грамотаһы, район етәкселеге тарафынан тиҫтәләрсә Маҡтау грамоталары менән буләкләнде. Күп тапҡырҙар район, ауыл Советтарына депутат итеп һайланды.

Атайыбыҙҙың эшләгән осоро тураһында һөйләгән мажараларын китап итеп яҙырлыҡ. Көтөү көткән ваҡытында әллә күпме тапҡыр айыу менән дә ocpaшырғa тура килә, Ҡәрйәндә ҡойма ямғыр яуып, һыу ташып киткән саҡта малдарын ҡурсып, төнө менән тayғa сығарып йөрөгән ваҡыттары ла була...

Ҡустыбыҙ Хөрмәтулла ла атайыбыҙҙың юлын дауам итеп, совхоз малын ҡараны, "Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы" исеменә лайыҡ булды.

Атайыбыҙ Ашҡазар ауылыньң арҙаҡлы шәхесе исемен йөрөтә.

Сәйҙә Султанғужина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей