Хеҙмәткә арналған ғүмер

– Был тормошта матур итеп йәшәй белергә кәрәк. Сабырлыҡ һәм аҡыл менән донъя көтөүҙәре еңелерәк. Үткән юлдарҙы, уҙған йылдарҙы иҫләй ҡалһаң, тыңғыһыҙ хеҙмәт арҡаһында мәғарифҡа арналған 34 йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә ҡалған, – ти педагогик хеҙмәт ветераны, үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләүсе Р. Н. Зәйтүнов.

Рәжәп илдә ауыр һуғыш барған осорҙа 1944 йылдың 10 июнендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға ауаз һала. Атаһы Ниғмәт ағайҙы Бөйөк Ватан һуғышына алмайҙар, ул трудармияла хеҙмәт итә. Ауыр һуғыш йылдарында алты баланы ҡарау, колхоз эшенә сығыу, бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, ололар һәм балалар иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты сабыр үткәрә әсәһе Хәйриямал апай. 1952 йылда беренсе класҡа уҡырға барып, Яңы Балапан ете йыллыҡ,  1962 йылда Ташбулат урта мәктәбен тамамлап, шул уҡ йылда Өфө ҡалаһына Ауыл хужалығы институтына зоотехния факультетына уҡырға инә.  Совет армияһы сафында өс йыл Польша ерендә хеҙмәт итә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн ике тапҡыр тыуған яғына отпускыға ҡайтып китергә яҙа. 1970 йылда институтты тамамлап ауылға ҡайта. Ошо уҡ йылда үҙе менән бергә уҡыған Мәләүез районы һылыуы Райхана Мотаһар ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. XXII партсъезд колхозының тау зонаһына зоотехник итеп Буранғол ауылына ебәрәләр. Ҡатыны фермала лаборант булып эшләй. Бер йылдан улдары Зөлфәр тыуғас, Яңы Балапанға ҡайтып төпләнәләр. Ауылда ике йыл бригадир булып эшләй. 1973 йылдың авгусында мәктәп директоры Зөбәйер Фәтхуллин биология, химия уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыра.

Яңы һөнәр күңеленә ятҡас, Рәжәп Ниғмәт улы Силәбе пединститутына ситтән тороп уҡырға инә. Тағы ла ҡатыны менән бергәләп уҡып, 1979 йылда икеһе лә уҡытыусы дипломына эйә була. Шул уҡ йылда яңы уҡыу йылы башынан Р. Н. Зәйтүновты мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр һәм был ауыр һәм яуаплы йөктө ул 1986 йылға тиклем тарта. 

Зәйтүновтар 49 йыл татыу ғүмер итеп, ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙы. Оло улдары Зөлфәр Йылайыр ауыл хужалығы техникумының механика факультетын тамамланы, Абҙаҡта тимер юлында эшләй, ҡатыны Оксана менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Икенсе улдары Иршат Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының электромеханика факультеты дипломын алып, подстанцияла мастер булып эшләй, кәләше Гөлгөнә менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Дилбәр Белорет педучилищеһын, аҙаҡ баш ҡалала пединституттың башланғыс кластар факультетын ситтән тороп тамамлап, Нияҙғол башланғыс мәктәбендә балалар уҡыта, тормош иптәше Ирек менән бер ул, ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Рәжәп Ниғмәт улының намыҫлы хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән баһалана. 2007 йылда хаҡлы ялға сыға. Ирмен тигән ир кеше үҙ ғүмерендә өй һалырға, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш тибеҙ. Быларҙың барыһын да үтәгән ул. Бөгөн өс ейәнгә, 5 ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй булып, балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәйҙәр. Намыҫлы йәшәп, намыҫлы хеҙмәт иткәнгә кеше алдында йөҙҙәре һәр саҡ яҡты.

Сәриә МАЛЫБАЕВА,

Яңы Балапан ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей