Хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ

Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу мәл етте. Ер ҡарҙан тулыһынса әрселеп бөтмәһә лә, һәр ерҙә улар яҙғы  хәстәрлек менән янып йәшәйҙәр, йәғни баҫыу эштәренә йылдам әҙерлек бара: техника ремонтлана, сәсеү агрегаттары көйләнә, орлоҡ материалы ҡабаттан тикшерелә. Сөнки көҙ ниндәй уңыш йыйып алыуың яҙғы эштәрҙе нисек үткәреүгә бәйләнгән бит.

Әлбиттә, күп нәмә игенселәрҙең тәжрибәһенән, уларҙың үҙ эшенә нисек ҡарауынан да тора. Район хужалыҡтарында күпселеге ергә оҙаҡ йылдар тоғро ҡалған, уңған  механизаторҙар эшләүе ҡыуаныслы. «Әбйәлил сорт участкаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тәжрибәле игенселәренең береһе И. С. Өмөтҡужин да шундайҙарҙан.

Хужалыҡ етәксеһе С. Б. Гусев әйтеүенсә, Инйәр Сәрүәр улы ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа һынатмай, һәр бер нәмәне урын-еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡара. Үҙенә беркетелгән Т-150 тракторында тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙә лә йөрөй, сәсеүлектәрҙе эшкәртеүҙә лә һынатмай, мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Тимәк, «Әбйәлил сорт участкаһы»ның былтыр ярайһы уҡ мул уңыш үҫтереп алыуында И. С. Өмөтҡужиндың да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Уңған механизаторҙың тырыш хеҙмәте йыл һайын хужалыҡ, район кимәлендә лайыҡлы билдәләнә. Уҙған йыл Инйәр Өмөтҡужин тупраҡты эшкәртеүҙә һәм сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙә иң юғары эшләнеш биреп, Әбйәлилдең иң яҡшы механизаторҙары иҫәбендә ауыл хужалығы эштәренә йомғаҡ яһалған байрамда тәбрикләнде, уға райондың Почет грамотаһы  һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Рәмилә  ИСТАНБАЕВА, "Әбйәлил" газетаһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей