Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Урып-йыйыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү, орлоҡ һалыу һәм ер эшкәртеү
буйынса иғлан ителгән район хеҙмәт ярышында Ишмырҙанан “Р.Ғ. Рә-
сүлев” КФХ-һы 2-се урынды яуланы һәм Диплом, аҡсалата премия менән
бүләкләнде. Хужалыҡтың техник-осеменаторы Эльвира Ишмырҙина ауыл
хужалығы производствоһындағы уңыштары һәм агросәнәғәт комплексын
үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл ху-
жалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм аҡсалата премияһына
лайыҡ булды. Ә комбайнсы Айгиз Рыҫбаев Социалистик Хеҙмәт Геройы
Риза Яхин исемендәге махсус призды яуланы, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”
булып танылды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей