Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәре, ер эшкәртеү, орлоҡ һалыу буйынса иғлан ителгән район хеҙмәт ярышында быйыл да еңеп сыҡты һәм I дәрәжә диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Хужалыҡтың алдынғы комбайнсыһы Зәки Ҡотлоғужин “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, маҡтаулы таҫмаға һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Механизатор Айрат Туйсин иһә намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Хужалыҡтың баш инженеры Ғәле Сәғәҙәтовҡа БР Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Рәхмәт хаты һәм махсус бүләге тапшырылды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей