ХЕҘМӘТ МЕНӘН ЯУЛАНҒАН ҮРҘӘР

Яҡташыбыҙ Минсаяф Сәғитов  1930 йылда Иҫке Муса ауылында тыуа. Тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң белем алыуҙы Боҙаяҙ ауылында дауам итә. 1947 йылда ауыл хужалығы бел­гес­тәрен әҙерләү курстарына уҡырға инә. Бер аҙҙан йәш белгес “Ҡыҙылғы” колхозында хисапсы булып эш башлай. 1951-1959 йылдарҙа ил алдындағы бурысын үтәй - әрме сафтарында хеҙмәт итә. Һуңынан инде хеҙмәт юлын тыуған ауылында дауам итә - “Бүләк” колхо­зында бухгалтер була. 1960 йылда, кол­хоздар эреләштерелгәс, “Шаймо­ратов” хужалығында баш бухгалтер вазифаһын башҡара башлай. 1964-1969 йылдарҙа партком секретары булып эшләй. Ҙур колхоз бүленеп, “Бүләк” хужалығы ҡабаттан ойош­торол­ғас, кол­хозсылар рәйес итеп Минсаяф Миң­лебулат улын һайлай. Колхоз йылдан-йыл иген культу­раларының, шәкәр сөгөл­дөрөнөң уңды­рыш­лылығын арттыра. Малсылыҡта артым күҙәтелә. Бер нисә йыл эсендә “Бүләк” ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә лидерҙар рәтенә инә. 1973 йыл М.М.Сәғитов өсөн әһәмиәтле була – илдең юғары награ­даһы булған Ленин ордены менән бүләк­ләнә. 1974 йылда Минсаяф Миңлебулат улы СССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары советы депутаты итеп һайлана. Илдең иң юғары органы депутаты булараҡ, ул һайлаусыларының тормошон яҡшыр­тыуға ҙур өлөшөн индерә. Уның ярҙамы менән мәктәптәр, балалар баҡ­салары, мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары төҙөлә. Минсаяф Миң­лебулат улы бихи­сап Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләк­ләнә, ауыл һәм район советтары депутаты итеп һайлана, СССР-ҙың Ауыл хужалығы ҡаҙаныш­тары күргәҙмәһендә ҡатнаша.  
Минсаяф Сәғитов бөгөн беҙҙең ара­быҙ­ҙа юҡ, ләкин башҡарған эштәре ме­нән тарихты, халҡыбыҙ ҡаҙа­ныш­та­рын  са­ғылдырған, респуб­ликаны үҫте­реү­гә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхес­тәрҙе белеү, хәтерләү һәм үҫеп килеүсе быуындың күңеленә һеңдереү – иле­беҙ­ҙе, үткәне­беҙҙе хөрмәт итеүҙең бер билдәһе. 
Наҙгөл БАЙРАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей