Һеҙ ҙə ҡушылығыҙ

25 апрелдə республика кимəлендə уҙғарылған «Йəшел Башҡортостан» акцияһы старт алды. БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев хəбəр итеүенсə, 1-се майға тиклем дауам итəсəк ошо сара барышында 670 территорияла 50 меңдəн ашыу 3 метрлы ҙур ағас ултыртыу ҡаралған. Əлбиттə, үҙ ҡурсалау режимын боҙмау өсөн, быйыл коммуналь хеҙмəте һəм управляющий компания эшселəре санитария талаптарын үтəп, ағас-үҫен-
те ултыртыуҙы үҙҙəре генə башҡара. Күмертауҙың 6 идара итеү компанияһы менəн берлектə, ҡала-райондың юл-йəшеллəндереү эштəрен башҡарыусы ойошма хеҙмəткəрҙəре экологик акцияның тəүге көндəренəн
үк дəррəү ҡатнаша. Проект сиктəрендə əлегə ҡала урамдарында 120 ҡарағай, 39 йүкə ағасы ултыртылған да инде. 1 майға тиклем Ленин урамы аллеяһында ла яңы үҫентелəр урын алыуы көтөлə. «Йəшел Башҡорто-
стан» акцияһына ҡушылып, район хакимиəте менəн бергə Ермолаево ауыл советы эшселəре район үҙəге урамдарында ағас һəм ҡыуаҡтар ултыртып сыҡты. Шəхси йорттарҙа йəшəүсе районыбыҙ халҡы ла тирə-яҡты йəшел-
лəнедереү сараһында ҡатнаша ала,бының өсөн социаль селтəргə #ЗеленаяБашкирияДома, #ЗеленаяБашкирияКуюргазинскийрайон хэштегтары аҫтына, ултыртылған ағас фотоһүрəтен теркəп, ебəрергə була.
Л. ФƏЙЗУЛЛИНА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей