Һаумал ғына ҡымыҙ еҫе аңҡый

Ҡымыҙ - дәрт һәм дауа биреүсе сихәтле эсемлек. Ҡымыҙ тәмен, ҡымыҙ ҡәҙерен белмәгән башҡорт юҡтыр. Иҫке Монасип ауылынан Фәнил һәм Йәмилә Көнәфиндарҙың экопарк янында урынлашҡан йәйләүендәге эше менән танышып, һүҙҙе уларға бирҙек.

- Бейәләрҙе көнөнә 5 тапҡыр һауам. Ҡымыҙ әҙерләүҙе 12 июндән башланыҡ. Әле 5-се класта уҡыусы ҡыҙым Динә менән эшләйбеҙ. Ул бәләкәйҙән йәйләүгә йөрөп, өйрәнеп бөткән ҙур ярҙамсым. Көтөүселәр Әҡсән Әйүпов менән Хәбир Әхмәтшин алмашлап бейәләрҙе ҡарайҙар. Ҡымыҙ көнөнөкө көнөнә һатылып тора, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарына, туйҙарға, юбилейҙарға заказдар бирәләр, ауылдыҡылар, туристар килеп алалар. Халыҡҡа, һатып алыусыларыма рәхмәтлемен, - ти Йәмилә апай.

Йүнсел хужалар биләмәлә өй күтәртеп ултыртҡандар, киләсәктә ҡымыҙ эшләү урыны ла, һатыу урыны ла итеп эшләйәсәктәр.

Көнәфиндар етештергән бәрәкәтле, шифалы эсемлекте эсеп, тәндәрегеҙгә көс-ҡеүәт алырға онотмағыҙ!

 

Ә. ЮЛСУРИНА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей