Һарыҡсылыҡ тармағы үҫешә

Ноябрь айынан «Маяҡ» ЯСЙ-һында директор вазифаһын Таһир Ғәйзулла улы Аҡбалин башҡара. Ул райондың иң эре хужалыҡтарынан иҫәпләнгән, һарыҡсылыҡ тармағын үҫтергән йәмғиәттең хәл-торошо менән таныштырҙы.

– «Маяҡ»та бөтәһе 47 кеше эшләй. Мал ҡышлатыу имен үтеп бара. Һарыҡтарҙан бәрәс алыу дауам итә: ҡышлау осоронда Аҡҡондоҙҙағы һарыҡсылыҡ фермаһында 1400 баш инә һарыҡтан 1350 бәрәс ҡабул ителде. Мөдир Урал Ҡолоев етәкләгән коллективта эштәр ярайһы ғына яҡшы бара. Һарыҡ ҡараусылар Иншар Әминев, Филүс Байсурин, Рәмил Исмәғилев, Роза Рамаҙановалар үҙ эшен белеп башҡара. Һарыҡтар күпләп бәрәсләй башлағанда Светлана Исмәғилева, Миңнегөл Төхвәтуллина, Миләүшә Әминева, Гөлнара Абдрахмановалар ярҙам итте, – тине ул.

Бынан тыш Кинәбулат ауылындағы фермала ла һарыҡтар һәм быҙауҙарын имеҙеп үҫтергән һыйырҙар тотола. Ундағы 150 һарыҡ тәкәһен һәм эре малды Марс һәм Марсель Абдрахмановтар, Рафаэль Тусалин баға. Башҡорт Самаҙыһында Флүр Ҡыуандыҡов һәм бәрәс ҡабул итеүселәр Әнисә Яҡшыбаева, Гөлфиә Дәүләтбаевалар үҙ эштәренә намыҫ менән ҡарай.

Яҙғы баҫыу эштәре башланырға күп ваҡыт ҡалманы, шуға күрә хәстәрлектәр ҙә артҡан. Йәмғиәт дөйөм майҙаны 15298 гектар, шул иҫәптән 3143 гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртәсәк. Унда 18 берәмек техника ҡатнашасаҡ. Механизаторҙар етә, улар һәм келәт мөдирҙәре, агрономдар, ҡыр эштәрендә ҡатнашасаҡ эшселәр медицина тикшереүе үтеп йөрөй. Махсус кейем йыл да бирелә. Сәсеү осоронда Муйнаҡтан Тәлғәт, Илгиз Ҡаһармановтар, Ҡадир Арыҫланов килеп эшләй. Бынан тыш, фермаларҙа мал аҙығы ташыусы, таратыусы Самаҙынан – Мирсал Яҡшыбаев, Аҡҡондоҙҙан – Рәшит Насиров, Таҙларҙан Фәрит Тажиевтар ҙа үҙҙәренә беркетелгән техниканы баҫыу эштәренә лә әҙерләй. Сәсеү ваҡытында Агросәнәғәт колледжы уҡыусылары тәжрибә үтәсәк.

Хужалыҡта үҙ эшенә тоғро ҡалған, оҙайлы ваҡыт хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да яратҡан шөғөлөн ҙур тырышлыҡ менән башҡарған хеҙмәт ветерандарының булыуы һөйөндөрә. Шундайҙарға «БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен йөрөтөүселәр Илсур Төхвәтуллин, йәмғиәттең баш ветеринар табибы Фәрит Тажиев, механизаторҙар Мөнир Кәримов, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Насиров, бригадир Урал Ҡолоев, ЯСЙ-ның баш бухгалтеры Зилә Ғизәтуллина, Александр Пирогов инә. Ошо кешеләр йәштәргә өлгө булып тора. Самаҙы фермаһы мөдире Булат Яҡшыбаев һәм «Маяҡ» МТМ-һы мөдире Дамир Ғүмәров үҙ эштәрен еренә еткереп башҡара.

– Әйткәндәй, «Маяҡ» ЯСЙ-һына инженер, агроном, зоотехник белемле кешеләр талап ителә. Әгәр ҙә йәштәр юғары уҡыу йорттарын тамамлап, йәмғиәткә килеп урынлаша икән, уларҙы дәртләндереү өсөн дәүләт программалары ла ғәмәлдә, – тине Таһир Ғәйзулла улы.

Наилә Ҡарабаева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей