Халыҡҡа файҙа булһын

Илкəнəйҙə завод төҙөй башлаған-
дарын “Юшатыр” гəзитендə яҙғайныҡ
быға ҡəҙəре. Күптəр баш сайҡаны,
ниндəй завод, булғандарын ябып
бөтөп баралар. Шулай уйларға нигеҙ
ҙə бар шул, ысынлап та, иҡтисади
тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында, байтаҡ
предприятиелар ауыр хəлдə ҡалды.
Икенселəр, бəлки, завод тигəс, КА-
МАЗ, КүмАПП кеүек эре сəнəғəт пред-
приятиеһын күҙ алдына баҫтырған-
дыр, лəкин бында һүҙ ҙур булмаған
һөт заводы тураһында бара.
Ошо көндəрҙə буласаҡ заводҡа
кəрəкле ҡорамалдар алып ҡайтҡан-
дар ҙа инде. Был турала беҙ район
хакимиəтенең эшҡыуарлыҡ буйынса
урынбаҫары Тимур Иҙрисовтан һо-
раштыҡ.
- Ҡорамалдар 3 млн 100 мең һумға
төштө. Əле был ҡорамалдар алып
ҡайтылды, тағы алаһы кəрəк-яраҡтар
ҡалды əле. Завод урынлашасаҡ би-
наға ла ремонт эшлəү өсөн сығымдар
күп булды. Шулай ҙа булған пробле-
маларҙы күмəклəп йырып сығып
килəбеҙ. Техника менəн һəр саҡ фер-
мер Илшат Мəзитов ярҙам итə.
Алла бирһə, завод үҙ эшен башлап
ебəрһə, сеймал өсөн һөттө ошо тирə-
яҡтағы ауылдарҙан йыйыу план-
лаштырыла. Ябайлаштырып əйткəн-
дə, кешелəр бер һыйыр тотоп
та, һөтөн заводҡа тапшырып,
айына 10 мең һум тирəһе аҡса
эшлəй аласаҡ. Ə бер нисə һый-
ыр тотһаң, Себер яҡтарың ары
торһон. Литрын аҙыраҡ сумма
менəн алһаҡ та, халыҡҡа файҙа-
лы буласағы күҙгə салынып тора.
Һатырға тип көндə Күмертауға
һөтлө полторушкалар йөкмəп
йөрөргə кəрəкмəй, бензин да
янда ҡала, ваҡыт та əрəм бул-
май, тип быға тиклем дə һеҙгə
һөйлəгəн булды. Əле Илкəнəй ауыл
советына ҡараған ауылдарҙа 250 баш
тирəһе һыйыр малы бар, фермер Ил-
шат Мəзитовҡа ла ҙур өмөт бағлай-
быҙ. Уның малдарын да ҡушһаң, һөт
350 баш тирəһе һыйырҙан йыйыла-
саҡ. Шулай уҡ Ҡансыра фермеры
Светлана Бүкəнбаева ла Илкəнəй-
ҙəге завод менəн хеҙмəттəшлек итер-
гə əҙер икəнен белдерҙе. Бөгөн унда
100-гə яҡын баш мал бар. Барлығы
көнөнə 4,5 тонна һөт йыйыласағы
планлаштырыла. Əгəр ҙə завод 8
сəғəт эшлəһə, план буйынса 3 тонна
һөт эшкəртеү ҡеүəте бар, ə 10 сəғəт
эшлəһə, 4,5 тонна һөттө эшкəртəсəк.
Барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөт-
лəнəбеҙ. Иң мөһиме - халыҡҡа файҙа
булһын, - ти Тимур Насибулла улы.
Айгөл ХАЛИҠОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей