Халыҡ именлеге күҙ уңында тотола

Район Хакимиәте башлығының “Ауыл биләмәләре, хужалыҡ обеъкттары, күпер һәм башҡа ҡоролмаларҙы яҙғы ташҡынға әҙерләү тураһында” ҡарарына ярашлы, йылдағыса махсус хеҙмәттәр, техника ҡатнашлығында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмауға арналған сара үтте. Быйыл ул ҡала мәҙәниәт йорто майҙансығынды ойошторолдо.

Ҡыш ҡар мул булды, әле лә ямғыр яуа. Был, әлбиттә, хәүеф тыуҙыра. Сираттағыһы нисек үтер, күпселеге Ағиҙел, Нөгөш, Һуҡайлы йылғаларына яҡын урынлашҡан тораҡ пункт халҡына, ауыл хужалығы предприятиеларына ниндәй һаҡланыу саралары күрергә?

Күргәҙмәгә ҡуйылған техника, махсус хеҙмәт, предприятиеларҙың әҙерлеген күргәс, шом таралғандай булды.

Синоптиктар яҙғы ташҡын, ҙур һыу вәғәҙә итмәй, әммә һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр.

Республикала оло йылғаларҙың боҙҙан асылыуы алдараҡ көтөлә, тимәк, әҙерлек өсөн ваҡыт һанаулы. Район биләмәһендә үткән Хакимиәт көндәрендә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла. Яуаплы хеҙмәттәр ваҡытлыса йәшәү урыны, граждандарҙы, шәхси һәм бөтә төр хужалыҡтағы мал, мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәрен хәүефһеҙ урынға күсереү маршруттары тураһында мәғлүмәт бирә. Ауылдарҙа иҫкәртеү сигналдары төҙөклөгө лә тикшерелә.

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡала предриятиелары, ойошма, учреждениелар техникаһы, ҡотҡарыу һәм талап ителгәндә ярҙам күрһәтеү, эвакуациялау саралары менән танышты. Белгестәр һәм етәкселәр менән аралашты, кәңәшләште.

Бөгөн уяулыҡ һәм һаҡлыҡ саралары көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һүрәттә:

Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей