Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнде

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Дүртөйлө ауылы клубында улар өсөн кис ултырыу ойошторғанар. Ентекләберәк гәзитебеҙҙең сайтында уҡығыҙ. 15 октябрҙә  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнде. Ул 2008 йылдан башлап байрам ителә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары - донъя тотҡаһы ул. Уларҙың тырышлығы, сабырлығына хайран ҡалырлыҡ, сөнки бөгөнгө көндә ауылда йәшәүҙе оло батырлыҡҡа тиңләргә мөмкин. Ҡалалағы кеүек уңайлы шарттар ҙа юҡ ауылда, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ауырлыҡтарға бирешмәй, ҡояштай йылмайып, тирә-яҡҡа йылылыҡ өләшеп йәшәүен белә. Был байрам киң таралғандар иҫәбенә инмәй. Шулай булһа ла, Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт  йортонда был датаны билдәләп үткәндәр. Ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар клубҡа йыйылып, кис ултырып, уйнап- көлөп, йырлап-бейеп, күңел асҡан. Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыуҙың бөтә саралары ла күҙәтелгән. Кисәнән бөтәһе лә яҡшы кәйеф менән таралышҡан.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей