Һаҡлай беҙҙе, яҡлай беҙҙе әсәйҙең доғалары

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, еребеҙҙә яҙ һулышы тойолған матур мәлдә беҙҙең ғаилә өсөн икеләтә байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ Мөҡсинә Ҡәүи ҡыҙы Лоҡманова 90 йәшен ҡаршыланы.

Әсәйебеҙ Әжекәй ауылында Гөлжәмиға менән Ҡәүи Ғәниевтар ғаиләһендә донъяға килә. Һуғыштан атаһы Ҡәүи Ғәптелғәни улы ауыр яраланып ҡайта. Ғаиләлә дүрт бала араһында өлкәне булғанлыҡтан, әсәйемә ҡышын сана менән әрәмәлектән ботаҡ, утын ташырға, йәй, яҙ, көҙ көндәрендә ҡырҙа, баҡсала эшләргә тура килә. Иртә һуҡырайған ҡартинәһен дә ҡарай. Әсәйем кейәүгә сығырға булғас, ҡартинәһе, мине кем ҡарай инде тип, ныҡ ҡайғыра.
1951 йылда Абдулла ауылында ул осорҙа күптәр һымаҡ көс-хәл менән йәшәгән ғаиләгә килен булып төшә. Атайыбыҙ Мулланур Ғосман улы һуғыштан башы ауыр яраланып, һул күҙе күрмәй, 1948 йылда оҙатыусылар ярҙамында ауылға ҡайта. Бер аҙ дауаланғандан һуң, уны Баҡалыға ветеринарҙар әҙерләү курсына ебәрәләр. Атайыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡыған һөнәре буйынса эшләне, ферма мөдире булды. Ул йәмәғәт эштәрен дә алып барҙы. Оҙаҡ йылдар ветерандар ойошмаһы һәм һайлау комиссияһының алмаштырғыһыҙ рәйесе булды.
Атайым менән әсәйем ҡарап туйғыһыҙ пар булып, иңде-иңгә терәп, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, 64 йыл бергә ауылдаштарға, балаларына үрнәк ғаилә булып ғүмер иттеләр. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып беҙ, ике ҡыҙ һәм ике ул, донъяға килгәнбеҙ. Улар беҙгә белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөн әсәйемдең алты ейәне, дүрт бүлә-бүләсәре бар. Дүртәүһе уҡыу йортон тамамлап эшләп йөрөй, ике бүләсәре мәктәптә уҡый.
Әсәйебеҙ – бик уңған ҡатын. Тәүҙә колхозда, аҙаҡ совхозда, төрлө эштәр башҡара. Ҡайҙа ғына эшләһә лә тырышлығы, уңғанлығы менән айырылып торҙо. Ул – хеҙмәт ветераны.
Ҡәҙерлебеҙ әле лә тик ултырмай: ойоҡбаш, бейәләй бәйләй, матур-матур гөлдәр тәрбиәләй, йәшелсәләр үҫтерергә ярҙамлаша.
2007 йылда беҙҙең ғаиләгә ҙур ҡайғы килде. 32 йәшендә ауыр сирҙән киленебеҙ Нурия вафат булды. Ҙур ҡайғыны кисерә алмай, 20 көндән һуң туғаныбыҙ Мөхәмәтнур мәрхүм булды. Уларҙың алты һәм ун бер йәшлек улдары ҡалды.
Ҡайғылар нисек кенә көслө булмаһын, балаларҙы үҫтерергә кәрәк. Әсәйем һәм атайым оло улдары Ғәзинур, килендәре Сәридә менән малайҙарҙы үҫтерҙе.
2015 йылда атайыбыҙ, беҙҙе ҙур ҡайғыға һалып, баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәйебеҙ уны әле һаман юҡһына, онота алмай, һағына.
Донъялар имен, балалар бәхетле, таҙа, ғүмерле булһын, тип теләй әсәйебеҙ көн һайын. Бар теләктәрең, уҡыған доғаларың тормошҡа ашһын, ҡәҙерлебеҙ. Әсәйебеҙгә ныҡлы таҙалыҡ, оҙон ғүмер, көндәре аяҙ, төндәре тыныс булыуын теләйбеҙ. Йылы яҡта, Сочиҙа, йәшәгән ҡыҙы Резида ла ғаиләһе менән ҡайнар сәләмдәрен юллай әсәйебеҙгә.
Барлыҡ балалары исеменән ҡыҙы Вәсимә,
ейәнсәре Илүзә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей