Хакимиәт көндәре

Йолаға әүерелгән хакимиәт көндәрендә Нөгөш ауыл биләмәһе халҡы район етәкселегенә, төрлө хеҙмәт белгестәренә туранан-тура һорау-теләктәр менән мөрәжәғәт итте.

Биләмәгә ҡараған тораҡ пункттарҙа 1545 кеше теркәлгән. Инфраструктураға килгәндә “Башҡортостан” милли паркы, Нөгөш гидроузелы, балыҡ үрсетеү хужалығы, дөйөм белем биреү һәм Һәргәй ауылында башланғыс мәктәп, сауҙа нөктәләре, балалар баҡсаһы, ике ауыл мәҙәниәт йорто, 5 балалар һауыҡтырыу профилакторийы, 22 туристик база, 3 ҡунаҡхана комплексы иҫәпләнә. Ауыл хакимиәте башлығы Әсҡәт Ҡормаев үҙ сығышын уҙған йылда биләмәлә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһауҙан башлап, 2019 йылда башҡарыласаҡтарына туҡталды. Халыҡ “Ҡала мөхите” республика программаһын һайлаған, бөгөн уның сиктәрендә бер нисә урамға асфальт түшәлгән. Урындағы хакимиәт урамдарҙы яҡтыртыу буйынса йүнәлешле эшләй. Шулай уҡ Еңеү көнө уңайынан Һәргәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә обелиск асыу тантанаһы, юлдарҙы төҙөкләндереү көтөлә. Нөгөш ауылында стадионға капиталь ремонт уҙғарыу, урындағы бюджет иҫәбенә балалар уйын һәм ял майҙансығы урынлаштырыу планлаштырыла.

Төбәк операторы компанияһы эшенә бәйле, шулай уҡ йыл да яңғыраған һорау - берәҙәк эттәр проблемаһы күтәрелде. Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр булды. Мәғлүмәт төркөмө етәксеһе Сергей Новоженин урында сиселеш тапмаған һорауҙарҙы контролгә алды.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей