Ғəйеплəп китмəгеҙ

Был тарихҡа нөктə ҡуйылды ахры – ҡырғыҙҙар беҙҙең районды ташлап китте. Сит ерҙəрҙə аҡса эшлəйем тип йөрөгөн 1700 ҡырғыҙ мигранты бер нисə көн элек районға килде лə тулды, нимə-нимə, бындайҙы береһе лə көтмəгəйне. Мең бəлə менəн ҡырғыҙҙарҙы урынлаштырҙылар, араларында балалар, ауырлы ҡатындар булыуы хəлде тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Ашатыу-эсереү, йоҡларға урын табыу, сит ил граждандарының ялын ойоштороу – үҙебеҙҙең проблемаларҙы онотоп торҙоҡ. “Юшатыр» был хəлдəр тураһында ике һанда яҙҙы, шуға тəфсирлəп тормайбыҙ. Байтаҡ халыҡ ҡырғыҙҙарға кире ҡараш белдерҙе, əллə үҙ тормошобоҙ майлы бутҡа булмағаны яраға тоҙ һалды, белмəҫһең. Ҡырғыҙҙарҙың ҡала, Ермолаево буйлап йөрөүе оҡшаманы (“беҙҙе, урындағы халыҡты, биктə тотаһығыҙ, арттан ҡараулап йөрөйһөгөҙ, ə был ситтəргə барыһы ла яраймы ни, сирлелəрҙер əле үҙҙəре», “Самолетҡа билетҡа аҡса юҡ тиҙəр, ə үҙҙəре магазиндан араҡы алалар, үҙ-ара һуғышып та китəлəр”). Дин əһелдəре, мəрхəмəт ойошмалары, ябай халыҡ, властар – барыһы ла килгəн халыҡҡа ҡулдан килгəнсə ярҙам итте – ашарға ташыны, палаткалар, башҡа кəрəк-яраҡ алып килде, бында ла ҡайһы берəүҙəр ризаһыҙлыҡ белдерҙе - беҙҙə лə мохтаждар күп, ниңə уларға ярҙам итмəйһегеҙ, ана, Түкəндə бер бомж бар, йорттан-йорҡа һоранып йөрөй, алып килегеҙ уға ла ярҙам. Ҡыҫҡаһы, кисə таң менəн автобустарҙан торған беренсе колонна (296 кеше) Ҡаҙағстан яғына йүнəлде – юлды асҡандар. Ҡалғандар үҙ сиратын көтə, барыһын да бер юлы ебəреп булмай, юлда тығындар барлыҡҡа килəсəк. Район һəм ҡала тарихында яҙылып ҡалыр «Ҡырғыҙҙар” тип аталған китап битен яптыҡ. Хəйерле юл, туғандар, ғəйеплəп китмəгеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей