Ғүмерен “Нөгөш” колхозында водитель һөнәренә арнай

Шәрип ауылында тыуып-үҫкән Миңнулла Имелбаев үҙенең 87 йәшен билдәләй. Ул - һуғыш осоро балаһы, атаһы Хәйрулла 1942 йылда фронтҡа алынғас, ғаилә 5 бала менән ҡала. Беренсе оло юғалтыу ҡайғыһын ошо йылдың яҙ айында әсәһе вафат булғас кисерә. Береһенән - береһе бәләкәй фронтовик балаларын өләсәһе һәм Кәшифә инәйҙәре тәрбиәләшә. Иң олоһо Миңнуллаға ғына түгел, бөтәһенә лә тигеҙ төшә ауырлыҡ. Күмәк хужалыҡта нимә ҡушалар, шуны эшләп, бер маҡсат, хыял менән йәшәйҙәр - аталары иҫән-һау ҡайтһын, туғандары бергә булһын. Ҡурҡырға сәбәп тә була: бер көн уларҙы йыйып, Ергәнгә балалар йортона алып китәләр. Ошо мәл хәтеренә ныҡлы уйылған хеҙмәт ветеранының. Әммә теләктәре бойомға аша, аталары яраланып ҡайтҡас, уларҙы барып ала. Мәктәптә 4 класс тамамлағас, артабан уҡыу мөмкинлеге теймәй. Сәбәбе - әлеге шул аслыҡ, яланғаслыҡ. Баласаҡ хәтирәләре күп һәм онотолмай. Шуларҙың береһе, кис етһә, бәләкәй ҡул санаһы һөйрәп, ел ауҙарған ағас, ботаҡ йыйырға сығыуҙары. Тамаҡҡа туйғансы ризыҡ тейгәне юҡ, кейем йоҡа, әммә йәшәргә теләк көслө - көрткә батып, мейес йылытырлыҡ утын йораты һөйрәп ҡайталар. Яҙғыһын баҡсала серегән картуфтан көлдә бешкән ҡоймаҡ, үлән тамырҙары, кесерткән ашы, ҡуян  тубығы шул осор балаларын аслыҡтан йолоп ҡалған төп ризыҡтар булғандыр, моғайын. Ғүмерен “Нөгөш” колхозында водитель һөнәренә арнай. Етәкселек тарафынан тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ була.

Арыҫлан ауылынан Лилиә Шәүәли ҡыҙының яҙмышы нимәһе менән үҙенсәлекле? Ябай ауыл фельдшеры ниндәй батырлыҡ ҡылған тип уйлайһығыҙ?! Атаһы, Тыуған илен яҡлайым тип, һалдат кейемен кейгәндә ҡыҙ бәләкәй була әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерлеләре һуғыш башланған йылда китеп, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Уның: “Ҡыҙымды врач итәм” тигән һүҙҙәре Лилиә апайға васыят булып тапшырыла. 9-сы класты тамамлағас, медсестралар курсын тамамлай, Смаҡ ауылында эшләй. Бер ни тиклем Мәләүездә һөнәре буйынса тәжрибә туплағас, Шәрип ауылына эшкә йүнәлтәләр.  Бында ул ғүмерлек йәре Миңнулланы осрата. 1959 йылдың 31 декабрендә нигеҙ һалына уларҙың ғаиләһенә. Береһе водитель, икенсеһе - фелдьдшер. Тыуған төйәгенең маҡтауға лайыҡ парҙарының береһе - ул Имелбаевтар. Ике балаға ғүмер бүләк итәләр, улдары Риф атаһы һөнәрен дауам итә, ҡыҙҙыры Ләйсән уҡытыусы һөнәренә эйә. Юғары уҡыу йортонда белем алған 4  ейән-ейәнсәрҙәренә - оло терәк, яратҡан олатай-өләсәй.  

Лилиә инәй, тормош юлына байҡау яһап, ауыр көрһөнөп ҡуя. Өс тиҫтә йыл ғүмерен яҡташтарының һаулығын һаҡлауға арнаған ветеранды бөгөн, тормош нисек кенә яҡшы булмаһын, йәштәрҙең  бала табырға ашығып бармауы, айырылышыуҙар һаны артыуы борсой. “Ул йылдарҙа Шәрип, Арыҫлан ауылдарында 3 йәшкә тиклемге балалар һаны 340-тан аша ине. Мин үҙем, хәтерләүем буйынса ғына, 140-150 балаға кендек инәһе булдым, - тип йылмая ағинәй. - Ҡайҙан ғына тикшереү, делегация килһә лә, мотлаҡ ауыл ФАП-на килтерерҙәр ине, сөнки беҙ бөтә күрһәткестәр буйынса өлгөлө пункт булдыҡ”,-ти.

 Улар икеһе лә - социалистик хеҙмәт алдынғыһы, хеҙмәт ветераны исеменә, төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарына лайыҡ хөрмәтле граждандар.

Бөгөн Лилиә һәм Миңнулла Имелбаевтар тормош тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша. Тыуасаҡ таңдарҙы илгә тыныслыҡ, балаларҙың тулы ғаиләлә атай-әсәй ҡанаты аҫтында тәрбиәләнеүен теләп ҡаршылай улар.

Ғаилә бәхете - байлыҡта түгел, бер-береңә булған ихтирам, балаларыңдың һиңә яратып өндәшеүе, һағынып атай нигеҙенә ҡайтыуы, бергә ҡартайыуҙа. Арыҫлан ауылынан Имелбаевтар бына шуға бәхетле. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей