Ғүмер заяға үтмәгән

Бүләковтар ғаиләһендә булғаным бар ине. Гәүһәр апай менән Наил ағайҙың шул тиклем бер-береһенә ҡарата һөйөүе, ихтирамы, икеһенеңдә алсаҡлыҡтары, ҡунаҡсыллығы күңелемде арбағайны. Ҡапҡаны асып йортҡа ингәс тә ғаилә башлығының һәм хужабикәнең уңғанлығы күҙгә салына, сөнки һәр ерҙә тәртип, бар нәмә үҙ урынында. Йәй килгәндә баҡсалары шау сәскәгә, емеш-еләккә күмелгән ине. Ваҡытты, көстө күп алһа ла, Бүләковтар бар күңелен биреп, ҡыуанып, ихлас башҡара һәр эште. Бына шулай улар донъя мәшәҡәттәрен атҡара атҡара теүәл ярты быуат - 50 йыл тормош һуҡмағынан бергә атлайҙар. Шатлыҡ, ҡыуаныста ла, ауыр минутта ла иңеңде терәр кешең булыуы үҙе оло бәхет ул.

Наил ағайҙың ата-әсәһе, Ғабдулла Ниғәмәт улы менән Фатиха Кәрим ҡыҙы тәүҙә Айтыуған ауылында төпләнә. Әйткәндәй, Наилдең игеҙәге лә була, үкенескә ҡаршы сабыйҙың ғүмере тиҙ өҙөлә. Аталары һуғыштан яраланып ҡайтҡас, ғаилә Мәләүезгә күсеп килә. Һуғыш ветераны кирбес заводына эшкә урынлаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 йәшен тултырған ир бында аварияға осрап һәләк була. Шуға ҡарамаҫтан, уның балалары - Сөйөмбикә, Ғәзимә, Рәсимә, Таниль бында хеҙмәт юлын башлай, Наил дә ситтә ҡалмай. Һалдат шинеле кейергә ваҡыт еткәс ул 1966 йылда хәрби комиссариатҡа килә, Польшала ике йыл булып, өлкән сержант дәрәжәһенә етеп тыуған яҡтарына ҡайтып төшә лә үҙ эшен дауам итә.

Сибәр, тырыш, баһадир, зәңгәр күҙле, ҡуйы тулҡынланып торған сәсле егеткә күп ҡыҙҙар ғашиҡ була, әммә уларҙың араһынан тик берәү генә уның күңелен әсир итә - һылыуҡай Гәүһәр. Йәштәрҙең йөрәгендә мөхәббәт уты ҡабына һәм теүәл бер йылдан үҙҙәренең донъяларын ҡорорға ҡарар итә. Туғандары, яҡындары, хатта завод коллективы, етәкселеге лә уларҙы хуплап, гөрләтеп беренсе комсомол туйы үткәрергә ҡарар итә. Ысынлап та, бик күңелле үтә был байрам, сөнки әле лә күҙ алдында ул көн, ҡолаҡта һаман зыңлай дуҫтар, туғандарҙың тауыштары, дәртле көйҙәр...

Ғүмер һыу һымаҡ, үтә лә китә шул. Бүләковтар заводта намыҫлы итеп эшләй. Наил Бүләковҡа етәксе вазифаларын да ышанып тапшыралар. Алдынғылар рәтендә булғас, исемен һәр ваҡыт маҡтап телгә алалар. Хеҙмәт ветераны күп наградаларға лайыҡ була.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Наил ағай ҙа уҡырға, өйрәнергә тырыша: машина ла йөрөтә, иретеп йәбештерүсе, балта оҫтаһы ла.

- Йорттағы ирҙәр эшенең барыһын да еренә еткереп башҡара, - тей Гәүһәр апай.  - Миңә лә һәр ваҡыт ярҙам итергә ваҡыт таба. Күп йылдар бергә йәшәһәк тә бер-беребеҙгә һөйөүебеҙ, ихтирамыбыҙ һүрелмәне, шуның менән мин бәхетлемен. Балаларға яҡшы атай, ейән-ейәнсәрҙәргә иң шәп олатай, ә бихисап тыуған-тыумасаға кәңәшсе ул. Ҡәйнәм менән оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәнек, ул да мине үҙ ҡыҙы һымаҡ күрҙе. Шөкөр, һәйбәт ғаиләгә эләктем.

Яңыраҡ Наил Ғабдулла улы күркәм юбилейын билдәләне. Ҙур байрам табынына яҡындары, туғандары, дуҫтары, күршеләре йыйылды. Һәр ваҡыттағыса Бүләковтар уларҙың барыһын да асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.  Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе лайыҡлы итеп йәшәгән кешегә хөрмәт күрһәтеү - оло ҡыуаныс та, шатлыҡ та. Ғүмер заяға үтмәгән, ә был иң мөһиме.

Фәниә БИКМӨХӘМӘТОВА.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей