Ғүмер йомғағын һүтеп

Түбәнге Төкөн ауылына юл төшкәндә  оло кешенең хәлен белешәйек, тип гәзитебеҙҙең әүҙем яҙылыусыһы Нәсимә Әҙеһәм ҡыҙы Мөхәмәтйәнованың ҡапҡа төбөнә машина менән килеп туҡтаныҡ. Ашҡынып килгән ҡунаҡтарҙы инәйҙең Һарығолаҡ ҡушаматлы эте ҡаршы алды. Эт тауышына йүгерә-атлай Нәсимә инәй ҙә килеп сыҡты. Үҙенең мөләйемлеге, ихласлығы менән ул беҙҙе түргә әйҙүкләне. Юлдан өшөп, асығып килгәнһегеҙҙер, тип өҫтәл түрендә ултырған еҙ самауырын шыжлатты.

- Көҙ айы әсе һыуыҡтары менән беҙҙе ҡурҡыта алмаҫ, сөнки замана менән иш барабыҙ. Бына газ үткәреп киттеләр, өйҙә йылы, донъяма нур өҫтәлгәндәй булды. Ошо ҡыуаныстан хәл белешергә ингән һәр кемгә хәйер бирәм. Һеҙҙе лә буш сығармайым,- тип беҙгә лә ҡулъяулығы менән хуш еҫле һабынын тотторҙо. Эйе, донъяның рәхәтлеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын инәйгә.
Самауыр артында оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙенең тормош юлы хаҡында ихлас әңгәмәһен тыңлап, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Үҙ ғүмерендә донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған Нәсимә инәй.
- Эйе, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу шикелле үтә. Ошо көнгәсә йәшәүемә бик шатмын. Тормоштоң ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да күрҙем. Биреш­мәгән­мен, ныҡ ҡатын булғанмын икән, тип ҡуям,- ти ул йылмайып.
Ысынлап та, Нәсимә инәй иңенә һынауҙар күп ята. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, алты туғанына атай-әсәй урынына ла, оло терәк апай ҙа, әхирәт тә, дуҫ-иш тә булырға тура килә. Бынан тыш, ун бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған әсәй ҙә ул.
- Беҙҙең бала саҡ ауыр заманаларға тура килде. Уйын уйнай алмай үҫтек. Беҙ балалар тип, ауырлыҡтан, эштән ҡасманыҡ. Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ауыл фермаһына эшкә сыҡтым. Һауынсы булдым, оло апайҙар менән бер рәттән эшләнем. Сибек кенә ҡыҙ баламын. Ҡыш көндәре аяғыма резина итек кейеп, әсе һыуыҡтарҙа тәмле йоҡоларҙы ҡалдырып, таңғы биштән тороп эшкә китеүҙәрем...- тип көрһөнөп ҡуйҙы. - Быуындарым нығы­нып та өлгөрмәгән ҡулдарым менән һыйырҙың дүрт еленен көс-хәл менән тартам. Көнөнә өс тапҡыр унар һыйыр һауып, ике ҡулым да шешенеп китә ине. Үҙем шулай ҙа бирешмәгән булам, өндәшмәй генә тештәремде ҡыҫып эшемде эшләйем, һыйырҙарҙы һаумай ҡалдырмайым. Бигерәк тә йәй ваҡытында һөт күп була. Шул саҡ ферма мөдире ҡулдарымды күреп ҡалып, хәлемә инеп, һыйырҙарҙы һауыша торғайны. Йәйен ферма һыйырҙары йәйләүгә күсә. Беҙ инде йәйләүгә йәйәүләп барабыҙ, эштән һуң ҡараңғы төшөүгә йәйәүләп ҡайтабыҙ. Аҙаҡ велосипед һатып алып, шуның менән йөрөнөм,- тип шул йылдарҙы хәтергә төшөрөп үтте Нәсимә инәй. - Хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала эшләнем. Бынан тыш, сөгөлдөр баҫыуында ла тир түктем. Бер мәл иртәгә Яңы йыл байрамы тигәндә баҫыуҙа сөгөлдөр сығарабыҙ.
 

Көн шундай һыуыҡ ине, әсе ел електәргә үтеп инеп, тын алыуҙы ауырлаштыра. Ҡулдағы ҡатып бөткән бирсәткә менән ҡар аҫтынан сөгөлдөр соҡоп алып, машинаға тейәп оҙатып, шунан ғына өйгә таралыштыҡ. Бындай саҡта кеше өйҙә ултырыуҙы хуп күрә, етмәһә байрам алдынан.
Үҙ эшеңде яратһаң, тырышып эшләһәң, һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй. Нәсимә Мөхәмәтйәнова ла алдынғы һауынсылар рәтендә була. Хеҙмәт төбө - хөрмәт, тигәндәй тырыш, яҡшы уңыштар күрһәткән кешенең хеҙмәте лә күренә һәм юғары баһалана. 1974 йылда уға Үзбәкстанға путевка бирәләр.
- Алыҫ юлға балаларҙы, донъяны нисек ташлап китәйем тип уйлағайным да, өйҙәгеләр риза булғас, тәүәккәлләнем. Февраль айы ине, поезд менән ике көн барҙыҡ, унда инде беҙҙе автобус менән ҡаршы алдылар. Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра, тигәндәй йылы пальтоларыбыҙҙы кейеп, дебет шәлдәребеҙҙе уранып килеп төштөк. Бында ҡояш ҡыҙҙыра, эҫе, баҫыуҙарҙа иген сәсәләр, алма ағастары ап-аҡ сәскәләргә күмелгән. Үзбәкстандың туғыҙ ҡалаһында булдыҡ: Ташкент, Ашхабад, Сәмәрҡанд һәм башҡалар. Төрлө иҫтәлекле, матур урындарҙы күреп, күңелле генә йөрөп ҡайттыҡ. Шулай, йыл һайын йыл аҙағында эшләгән ерҙән әйберләтә бүләк, концерттарға билеттар бирәләр ине. Бер мәл Өфө ҡалаһына театрға билет бирҙеләр. Сөгөлдөрсө Менәүәрә Үтәкова апай менән мине колхоз машинаһы алып барҙы. Идаралыҡ рәйесен йөрөткән шофер рус милләтенән ине. Исеме хәтерҙә түгел инде, уны Землянов тип йөрөтәләр ине. Шулай, юлда китеп барабыҙ. Машинала тынлыҡ урынлашҡас, был ағай йыр йырлап ебәрегеҙ әле, ти. Беҙ йырлай белмәйбеҙ, тигәс, был “...шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...” тип башҡортса йыр һуҙып ебәрмәһенме,- тип көлә Нәсимә инәй.
Кейәү булаһы кешеһен, Салауатты, бер ауылдан булғас, күрә-белә йөрөй, етмәһә күршелә генә йәшәй. Шулай итеп Салауат Мөхәмәтйәнов менән сәстәрен-сәскә бәй­ләйҙәр. Матур итеп донъя көтә башлайҙар, тормоштарын йәмләп өс балалары тыуа. Салауат Бәҙғетдин улы колхозда механизатор була.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше бик иртә вафат була. Нәсимә инәй һығылып төшмәй, балаларҙы яңғыҙы күтәрә. Тик тормош бер урында тормай бит, артабан дауам итә. Нәсимә инәй биш бала менән яңғыҙ ҡалған Ҡолмөхәмәт Ишемғолов менән тор­мош ҡоралар. Уларҙың уртаҡ тағы ике улдары донъяға ауаз һала.
- Ул ваҡытта Ҡолмөхәмәт ферма мөдире булып эшләй ине. Таң менән икәүләшеп бергә эшкә сығып китәбеҙ, бергәләп ҡайтып инәбеҙ. Кем мал ҡарай, кем ашарға бешерә. Балаларға ла ваҡыт таба инек. Бабайым менән татыу, матур ғүмер кисерҙек. Үкенескә күрә, ғүмере ҡыҫҡа булды. Баҡыйлыҡҡа күскәненә бына ун туғыҙ йыл булып китте,- ти инәй.
Нәсимә инәйҙең балалары инде төрлөһө төрлө тарафта үҙ тормошо менән йәшәй. Яйы сыҡҡан һайын ауылға ҡайтып, ҡулдан килгән­сә әсәләренә ярҙам итеп торалар. Уҙаман оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсаһында йәшелсә-емешен дә үҫтерә. Изге күңелле инәй баҡсаһында матур-матур сәскәләр, өйөндә аллы-гөллө гөлдәр үҫтерергә лә ярата. Элегерәк шәл дә бәйләгән, олоғая килә генә был шөғөлөн ташлаған. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ­баш­тар бәйләп ҡыуандыра. Һарайындағы малын теүәлләп ингәс, рәхәтләнеп гәзит-жур­налдар, китап уҡып, күңеленә рухи аҙыҡ та ала.
Әйткәндәй, Нәсимә Мөхәмәтйәнова күптән түгел 80 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Нәсимә Әҙеһәм ҡыҙы – 10 баланы аяҡҡа баҫтырған кеше, бөгөн уның 18 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәләре бар. “Эштән ҡурҡмай, күңел тыныслығында йәшәһәң, шул ул оло бәхет”,- ти юбиляр. Киләсәктә лә ошо бәхетте татып, яҡындарығыҙҙың ихтирамын, хөрмәтен тойоп, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей