Ғүмер һуҡмағы буйлап..

Яҙмыш кешеләр алдында ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, ғүмер туҡталып ҡалмай, үҙ яйына ағыуын дауам итә. Илебеҙ, тотош донъя ҡаршыһында ҙур һынауҙар торған осорҙа ла кешеләр яҡты киләсәккә өмөт бағлап, бәләкәй генә ҡыуаныстан да йәм табып йәшәй.

Һүҙебеҙ - Иҫке Мерәҫ ауылында ғүмер кисереүсе Мөхәрәмовтар  тураһында. Ғаиләһендә шатлыҡтың бәләкәйе генә түгел, ә бар ғүмерҙәренә иҫтә ҡалырлығы булған. Улар улдары Зинфирға Гүзәлиә исемле килен алған һәм никах менән туй йолаһын шартына килтереп үтәгән. Йәш киленсәк башҡорт халҡының борондан килгән ғөрөф-ғәҙәте буйынса туйҙың икенсе көнөнә күрше-тирәләге апай-еңгәләрҙе сәйгә йыйған. Әлбиттә, әле бар донъяны ялмап алған пандемия сәбәпле, улар хәүефһеҙлек сараларына буйынса ҡунаҡтарҙы күпләп йыя алмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, килен менән танышыу йолаһы бик матур һәм күңелле итеп атҡарылған.

Зөлфиә һәм Миҙхәт Мөхәрәмовтар Иҫке Мерәҫ ауылында бына инде 31 йыл татыу ғүмер итә. Зөлфиә Мөхөтдин ҡыҙы өс тиҫтә йылдан ашыу  мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт һала. Бөгөнгө көндә лә уҡыусыларын етәкләп белем тауҙарына алып менеүен дауам итә ул. Ә Миҙхәт ағай «Родина» колхозында агроном булып эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырмай, гөрләтеп донъя көтә, күпләп мал-тыуар аҫрай, умарта тота.

«Ғүмерҙең уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалған икән, - ти Зөлфиә Мөхөтдин ҡыҙы. – Тормош иптәшем менән беренсе көндән үк татыу йәшәйбеҙ. Ике балаға – улыбыҙ Зинфирға һәм ҡыҙыбыҙ Эльзаға ғүмер бүләк иттек. Бынан тыш, Миҙхәттең ҡустыһы менән килене вафат булғас, уларҙың улдары Ранис менән ҡыҙҙары Гөлнараны үҙ балаларыбыҙҙай күреп, тәрбиәләп үҫтерҙек. Шулай уҡ, тәрбиәгә алған улыбыҙ Тимур ҙа үҫеп етте. Бөтәһе лә беҙгә атай-әсәй тип өҙөлөп тора».

Эйе, Мөхәрәмовтар ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Улар ауылдаштарын һоҡландырып, матур тормош көтә. Улдары Зинфир Стәрлетамаҡ ҡалаһында заводта эшләй, ҡыҙҙары Эльза әсәһе юлынан киткән -  Иҫке Мерәҫ ауылында башланғыс кластарға белем бирә, ситтән тороп педагогия университетында уҡый. Киләһе йылда ҡулына диплом аласаҡ. Ранис улдары әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан, Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Гөлнара ла Зөлфиә әсәһе юлынан киткән, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем һала, Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында хеҙмәт һала. Төпсөктәре Тимур ҙа Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан, бөгөнгө көндә хеҙмәт юлын башлап, уңышлы эшләп йөрөй. Бәләкәйҙән тырыш, эш һөйөүсән булып үҫкән балалары атай нигеҙенә ял һайын йыйылышып ҡайта, ҡәҙерле кешеләренә хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша. Үҙҙәре кеүек үк намыҫлы, аҡыллы ул-ҡыҙҙарҙа ҡарап, ауыл халҡы ла һоҡлана.

Әүҙем тормош алып барырға күнеккән Мөхәрәмовтар үҙҙәре лә, уларҙың балалары ла ауылда уҙғарылған мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай, концерттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Зөлфиә апай ҡул эштәренә лә маһир.

Был тантана - Миҙхәт һәм Зөлфиә Мөхәрәмовтарҙың көтөп алған байрамы. Үҙенә оҡшап торған Гүзәлиә лә уңған килен булыр, Алла бирһә. Ҡәйнәһе менән йүгереп йөрөп табын ҡараны, асыҡ йөҙ менән ҡунаҡтар һыйланы ул.

Беҙ ҙә ошо шатлыҡлы көндәре уңайынан Миҙхәт һәм Зөлфиә Мөхәрәмовтарға киләсәктә лә балаларының игелеген-изгелеген күреп, ейәндәр шатлығы кисереп, бәхетле ҡартлыҡҡа парлашып етеүҙәрен һәм ауылдарҙа улар ғаиләһе кеүек өлгөлө ғаиләләрҙең күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.

Лилия Гайсина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей