“Ғүмер биргәс Хоҙай, йәшәйем!”, - ти Красноусолдан 95 йәшлек Разия Ишмөхәмәтова

Красноусолда Дала урамында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Разия Шәрифулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова 2 апрелдә 95 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова юбилярҙың өйөнә барып Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Ҡотлауын һәм сәскә гөлләмәләре бүләк итте.

Разия Ишмө-хәмәтова 1927 йылда Үтәк ауылында тыуып үҫә. Ғәрәсәтле һуғыш башланғанда 14 йәштә булған ҡыҙға башҡа тиҫтерҙәре менән бер рәттән бар ауырлыҡтарҙы үҙенең нескә иңендә татырға тура килә. Кейергә кейеме, ашарға аҙығы булмағанлыҡтан, 5-се кластан һуң уҡыу мөмкинлеге булмай уға. Бар ир-ат илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан һаҡларға китеп бөткәс, хужалыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ йөгөн ҡатын-ҡыҙ, уның кеүек балалар күтәрә.
- Бәләкәй генә көйөмә һабанға егелгән дүрт һыйырҙы етәкләп, бер бабай менән ер һөргән мәлдәрем әле һаман хәтерҙә. Бер ҡара эштән дә ҡурҡманым, һынатмаҫҡа тырыштым. Атайым Шәрифулла инвалид булыу сәбәпле, хеҙмәт армияһында, әсәйем Рабиға колхозда алдынғылар иҫәбендә, һәр ваҡыт ударник булды, - тип хәтер йомғағын һүтә әбей. – Икеһе лә оҙон ғүмерле булдылар, атайым – 91, әсәйем 87 йәштә мәрхүм булдылар, уларҙы ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттым, - ти ул ҡәнәғәт йылмайып.
Бер улға ғүмер биргән әсә ул Разия Шәрифулла ҡыҙы. 70-се йылдарҙа Красноусолға күсеп килгәндәр. Сельпо пекарняһында икмәк бешереүсе булып эшкә урынлаша. Әллә нисәмә етәксенең ҡул аҫтында эшләргә насип була уға. Артабан Иглинола мастерлыҡҡа уҡып ҡайтҡас, мастер булып, һәр ваҡыт маҡталып эшләй. Фотоһүрәте район ҡулланыусылар союзының Почет таҡтаһынан төшмәй, наградаларының иҫәбе-һаны юҡ. “Һуғыш йылдарында күрһәткән маҡтаулы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ил инәһе Разия әбей үҙен насар тоймай, барыһынан ҡәнәғәт булып, хәстәрлектәре өсөн балаларына рәхмәтле булып йәшәй, салт аң-зиһенле, бары тик күҙҙәре генә күрмәүенә үҙен уңайһыҙыраҡ тоя. Намаҙ уҡый, ҡулынан тиҫбеһен төшөрмәй. Ҡасандыр үҙ көсө менән һалған йортон етемһерәтеп ҡалдырғыһы килмәйенсә берҙән-бер улы Ғаяз һәм килене Земфираның ғаиләһенә барып йәшәргә күнмәй, үҙ йортонда ғүмер йомғағын һүтә. Яҡын ғына йәшәгән улы (етенсе тиҫтәһен ваҡлай) һәм уның ғаиләһе әсәһен ярҙамынан ташламай, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, көнөнә әллә нисәмә тапҡыр килеп, хәлен белешеп, ашау-эсеүен хәстәрләп тора. Бәхете, шатлығы йөҙөндә сағылыш тапҡан әсә ейән һәм ейәнсәрҙең, дүрт бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәһе лә.
Быуатҡа яҡын ғүмер юлы үткән, күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты Разия Шәрифулла ҡыҙына теләк бер: иҫән-һау булып, шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә төрөнөп йәшәп, 100 йәшкә етергә яҙһын!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей