“Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә”

“Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә”

Башҡорт ғаиләһендә бәхет юлы ҡайҙан башлана, тигән һорау юҡ. Сөнки һәр беребеҙҙең бәхет юлы өй түрендә эленеп торған, сәңгелдәктән башлана. Атай-әсәй наҙын тойоп, тәүге аҙым яһайбыҙ, атай ҡорған нигеҙ ташы ла бәхетле итә. Атай кеше – ғаиләнең тотҡаһы, ә әсәйҙәр – ғаиләне һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла. Ғәзиз балалар – ғаиләнең матурлығы, сәскәһе, нәҫел ебен дауам итеүселәр. Атай менән әсәй – киләсәккә ғаиләгә нигеҙ һалыусылар. Тыуған илебеҙгә берҙәм һәм көслө быуын балаларын үҫтереүселәр. Берҙәм, эшһөйәр ғаиләләрҙә генә бала бәхетен таба, алға ынтыла, яҡшы тәрбиә ала, уҡый. Уҡып, һөнәр алғас, үҙ эшен яратып башҡара. Илде һөйә, ауыл эшен үҙ итә, өй һала, балалар үҫтерә, олоғайған ата-әсәһен ҡарай. Күптән түгел Тирмән мәҙәниәт йортонда 50 йыл бергә ғүмер итеүсе бәхетле парҙарҙың алтын туйҙары үтте. Бына улар: Фруза, Зәғәфәр Сәйет ғәлиндар, Ризуан һәм Мәймүнә Мусиндар, Рауил, Фәғилә Хажиморатовтар. Зәғәфәр Ҡәнзәфәр улы йәш саҡтан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы механизатор булып эшләне. Йәйен бешеп, ҡышын өшөп, комбайнсы, тракторсы булып та, заправкала ла эшен яратып башҡарҙы. Кәрәк икән, малын да көттө, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашты, кешелекле, кеселекле лә булды. Фруза Зәбих ҡыҙы ауыл советында оҙаҡ йылдар эшләне. Ярҙам һорағандарға бер ҡасан да баш тартманы. Ауылдаштарын һәр саҡ ҡурсалап, ҡайғыртып торҙо, аңлатыу эштәрен дә алып барҙы. Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективының әүҙем ағзаһы ла булды. Ауыл советы депутаты итеп күп тапҡыр һайланды һәм һайлаусылар менән әүҙем эш алып барҙы. Ул – хеҙмәт ветераны, ауылыбыҙҙың ағинәйе. Зәғәфәр, Фруза Сәйетғәлиндар ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, уҡытып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Бөгөн хаҡлы ялдалар. Ейән-ейәнсәрҙәрҙе үҫтерешеп, уларҙы һөйөп, ҡыуанып йәшәйҙәр. Хужалыҡтарында урам тулы мал, ҡош-ҡорт. Уларҙың девизы: бәхетле булыу өсөн, матурлыҡты, изгелекте күрә белергә, йәшәргә ынтылыу. Ризуан һәм Мәймүнә Мусиндар икеһе лә Тирмән ауылында тыуып үҫкән. Ризуан Тирмән урта мәктәбен тамамлап, Бәләбәй ҡалаһындағы техникумда уҡый. Оҙаҡ йылдар алдынғы шофер булып эшләне. Яҡшы эш һөҙөмтәләренә иреште һәм III дәрәжә “Хеҙмәт даны” орденына лайыҡ булды. Ауылдаштары ауыл советы депутаты итеп һайланы. Үҙ эшенә яуаплы ҡарап, халыҡ араһында абруй яуланы һәм Тирмән ауыл советына рәйес итеп һайлап ҡуйҙылар. Ауылды төҙөкләндереү, ауылдаштар араһында тәртип булдырыу өҫтөндә күп эш алып барҙы. Ризуан Кәбир улы бына 50 йыл ауылдың уңған, эшһөйәр ҡыҙы Мәймүнә Рамазан ҡыҙы менән ғүмер итә. ысын мәғәнәһендә, икеһе лә сабыр, уңған, булдыҡлы, ҡушпы. Бер-береһенә камил булып, рухи сәләмәтлеккә, миһырбанлыҡҡа нигеҙләнгән ғаилә мөнәсәбәттәре һәм зауыҡлы донъя ҡороп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Светлана – уҡытыусы, бөтмөрлөгөнә, кешелеклелегенә һоҡланмаған кеше юҡ. Мәймүнә Мусина кесе йәштән ҡош ҡараусы, һауынсы булып эшләне. Һәр ваҡыт Социалистик ярыштарҙа еңеүсе булып, район советы депутаты итеп һайланды. Эш һөҙөмтәләре буйынса Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, путевкалар алды. Биш йыллыҡ ярыш һөҙөмтәләрендә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Ул асыҡ күңелле ҡатын, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша, һәр ҡайҙа ярҙамсыл, уңған. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һыйырын да һауа, ҡош-ҡортон да ҡарай, тәмле итеп ризыҡтар ҙа бешерә. Икәүләшеп ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә ҡарашалар, белем алырға ярҙам итәләр. Уларға бал ҡорттарын үрсетеү серҙәрен төшөндөрәләр. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, дәртдармандары ташып тора, йорттары бөхтә, сәскәгә күмелеп, шатлыҡ бөркөп тора. Балалар ҙа бәхетле йәшәй, уйҙары яҡшы, йөҙҙәре яҡты. “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, – тип халыҡ бер ҙә юҡҡа әйтмәгән шул. Рауил һәм Фәғилә Хажиморатовтарҙың да бергә йәшәүҙәренә 50 йыл үтеп киткән. Рауил Абдулла улы – Тирмән ауылы егете. Армия сафында хеҙмәт итеп, Дыуанда һөнәрселек техникумын тамамлай һәм Киров исемендәге колхозға эшкә ҡайта. Агроном, бригадир, иҡтисадсы булып эшләне. Фәғилә Ишхужа ҡыҙын осратып, ғаилә ҡорҙолар, йорт һалдылар, өс балаға ғүмер биреп үҫтереп, белем бирҙеләр. Фәғилә Ишхужа ҡыҙы Мәсәғүт педучилищеһын тамамлап, юллама менән беҙҙең ауылға килеп, ғүмере буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, уҡытыусы булып эшләне. Уның тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Уҡыусылары ла уҡытыусыларына ярҙамы, тәрбиә биргәне, уҡытҡаны өсөн рәхмәтлеләр, ололоҡлап, өйөнә килеп, хәлен белеп, байрамдар менән ҡотлап торалар. Эйе, бындай юбилей Рауил һәм Фәғилә Хажиморатовтарға изгелектәре, ғәҙеллектәре, тырыш хеҙмәттәре өсөн бүләк ул. Һөйкөмлө парҙар, хаҡлы ялға сыҡҡас та, дин юлына баҫып, ауыл халҡына хеҙмәт итәләр. Йәштәргә иман дәрестәре биреп, өлгө булып донъя көтәләр. Шатлыҡ кисереп, булғанына шөкөр итеп, ҡартлыҡҡа бирешмәй йәшәүсе өс парға оҙон бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хаты һәм бүләге тапшырылды. Шундай шатлыҡ-ҡыуаныстарығыҙ күберәк булып, балалар ихтирамын тойоп, ейәнейәнсәрҙәр һөйөп оҙаҡ  йәшәгеҙ! Ғүмерегеҙ – бәхетле, бәхетегеҙ ғүмерле булһын!

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей