Граждандарҙы ҡабул итеү
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ойошторолоуға 20 йыл тулыу айҡанлы 2021 йылдың 1 декабренән 10-ына тиклем партияның урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә һәм Мәсетле районының өҫтәмә майҙансыҡтарында граждандарҙы ҡабул итеү ун көнлөгө уҙҙы.
Ун көнлөктә муниципаль район Советы һәм ауыл биләмәләре Советтары депутаттары, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, муниципаль район Советы секретары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары, урындағы бүлексәнең башҡарма секретары һәм предприятие, учреждениелар етәкселәре әүҙем ҡатнашты.
Мөрәжәғәттәр граждандар тормошоноң бөтә өлкәләренә лә ҡағылды: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү, социаль тәьминәт, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау. Район халҡы юридик ярҙам һорап та мөрәжәғәт итте. 17 майҙансыҡта 200-ҙән ашыу кеше ҡабул ителде.
Депутаттар һәм башҡарма власть вәкилдәре бөтә һорауҙарҙы иғтибар менән тыңланы, бөтә мөрәжәғәттәр буйынса ентекле аңлатмалар бирҙе, ҡайһы берҙәрен контролгә алды.
– “Эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, беҙ райондың барлыҡ территорияһында тейешле ҡабул итеү сараларын уҙғара алдыҡ. Башҡарма власть вәкилдәренең һәм депутаттарының граждандарҙы ҡабул итеү барышында уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеүҙә әүҙем ярҙам күрһәтеүен билдәләп үткем килә. Төп бурысыбыҙ – проблемаларҙы ишетеү, аңлау һәм кешеләргә уларҙы хәл итеүҙә ярҙамлашыу”, – тип билдәләне партияның урындағы бүлексәһе секретары Альберт Сәғҙәтов.
Зилә РӘХИМҠОЛОВА,
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары