Гранттар яуланған

Тәбиғәттән килгән булмыштарын баһалап, ҡатын-ҡыҙҙы “гүзәл зат”, “нәфис зат”, “көсһөҙ зат” тип атау бар. Физик яҡтан, бәхәсһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күпкә көсһөҙ, ә бына ихтыяр көсө йәһәтенән, бәлки, күп осраҡта, көслөрәктер. Юғиһә, улар бала табып һәм ҡарап, өләсәй-ҡәрсәй булып, йортҡа алтын йоҙаҡ булып ҡына ултырыр ине, ә беҙҙең сая ҡатын-ҡыҙҙар иһә бөгөн сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, хатта сәнәғәт предприятиеларында, фермер хужалыҡтарында беренсе сафтарға сығып бара. Бик яҡшы күренеш, киләсәктә республикала район хакимиәте, ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында ла уларҙы күрәһе килә, Европала был күптән практикала.
Ошо темаға ауаздаш, беҙҙә яҡшы яңылыҡтар бар: район хакимиәте хәбәр итеүенсә, БР Ауыл хужалығы министрлығы 2020 йылда «Агростартап» и «Ғаилә фермаһы» программаларында грант алыуҙа еңеүселәрҙе билдәләгән. “Агростартап” буйынса һайлап алыу туры йомғаҡтары Ейәнсуранан ике ҡатнашыусы еңеүен күрһәтә: Сирғол ауылынан Зифа Аҙнағолова һәм Байыш ауылынан Ғәлиә Ғүмәрова ит тоҡомло эре мөгөҙлө малсылыҡты үҫтереүгә ниәтләнгән крәҫтиән-фермер хужалығын төҙөүгә грант аласаҡ.
“Ғаилә фермаларын үҫтереү” программаһы буйынса һайлап алыу турын Ҡужабаҡ ауылынан Ҡылысбай Маҡаев та уңышлы үткән. Дәүләт ярҙамдан бүлгән аҡса үрҙә һаналған йүнселдәрҙең крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын тиҙ һәм һөҙөмтәле үҫтереп, улар район үҫешенә үҙ өлөштәрен индерер, тигән ҙур өмөттәр бар.

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей