Грант тапшырылды

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереү, уларҙың һаны һәм күрһәтелгән дәүләт ярҙамы буйынса Башҡортостанда беренсе урынға сыҡты. Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәте, уның ауыл хужалығы бүлеге һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең туранантура ярҙамы һәм хәстәрлеге менән ошондай һөҙөмтәгә өлгәшелде. 2012 йылдан алып бөтәһе 62 фермер һәм эшҡыуар грант алыуға иреште. Бындай ярҙам менән республиканың бер төбәге лә маҡтана алмай. Дәүләт программалары районда эшҡыуарлыҡ тармағының дәррәү үҫешенә килтерҙе, йылдан-йыл үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән шөғөлләнеүселәрҙең арта барыуына булышлыҡ итте. Күптән түгел йәнә 14 фермер ошондай тос ярҙам алып һөйөндө. Район хакимиәтендә грант хужаларын хакимиәт башлығы Илшат Ситдыҡов, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков тәбрикләне.

Темәстән Илнур Биктимеров, Абдрахмандан Ғайсар Буранбаев, октябрҙән Вадим Шәрәфетдинов, Муллаҡайҙан Миндияр Баһуманов, Ҡараталдан Мансур Вәлиев, Түбәнән Самат йосопов – “Эш башлаусы фермер”, Татлыбайҙан Радик Ишмуллин, Һәмәндән Ришат Әминев – “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” һәм Баймаҡтан Павел Данилин “Кооперацияны үҫтереү” программалары буйынса грантҡа лайыҡ булды. Быйыл старт алған “БР-ҙа табышты арттырыу проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү” программаһында Сәйғәфәр ауылынан Хәмзә Әбилев, Беренсе Төркмәндән Айҙар Уралбаев, Юлыҡтан Тәнзилә Миңлебаева, Урғаҙанан Рауил Назаров, Яйыҡбайҙан Рөстәм Әхмәтов етәкселегендәге кооперативтар еңеп сыҡты.

– Грант – дәүләт ярҙамы ғына түгел, ә иңгә ҙур яуаплылыҡ та алыу ул, – тине Илшат Хәмит улы. – Район хакимиәте һеҙгә ҙур өмөт бағлай, ауылды үҫтереүгә, эш урындары булдырыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерерһегеҙ, тигән ышаныстабыҙ.

Азамат МӨХӘМӘТШИН

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей