Грант аҡсаһына — һөтсөлөк фермаһы

Степной ауылында йәшәгән Рогалевтарҙы районда яҡшы беләләр. Шәхси эшҡыуарҙар малсылыҡ, игенселек һәм йылҡысылыҡ тармағында берҙәй уңышлы шөғөлләнә. Аталы-уллы Владимир һәм Виталий Рогалевтарҙың хужалығында әле эштең иң ҡыҙған мәле. Малды имен-һау ҡышлатыу, быҙауҙар тәрбиәләү, һөттөң тамсыһын да әрәм-шәрәм итмәй һауып алыу — хужалыҡ өсөн төп бурыстарҙың береһе.

“Рогалев” крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Ғаилә малсылыҡ хужалығын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, ете миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы алыуға өлгәшә. Уға районда беренселәрҙән булып һөтсөлөк фермаһы төҙөйҙәр. Шулай уҡ һауын аппараттары, һыуытҡыс һатып алына, фермаға йылытыу ҡорамалдары урынлаштырыла. Малдарҙы йәйләүгә сығарыу осорона Рогалевтар ферманың йәйге вариантын да төҙөргә хыяллана.

— Хужалыҡта әле 80 баш һыйыр малы, шуның 50-ләбе — һауын һыйыры, 60-лап йылҡы малы иҫәпләнә. Һөттө Ырымбур өлкәһенә тапшырабыҙ, итте үҙебеҙҙең Аҡъяр баҙарында һатабыҙ. Шулай уҡ эшселәргә теләктәре буйынса аҡсалата ғына түгел, итләтә йәки мал аҙығы менән иҫәпләшәбеҙ. Эшкә үҙебеҙҙең ауылдаштарҙы алабыҙ. Яңы ферманың эшмәкәрлеге көйләнһә лә, тағы ла хеҙмәткәрҙәр кәрәк буласаҡ. Ҡатыным Альбинаға ҙур рәхмәт, ул — уң ҡулым, бар яҡлап ярҙам күрһәтә, — ти эшҡыуар.

Алда әйтеүебеҙсә, Рогалевтар эшҡыуарлыҡтың бер нисә йүнәлешен һайлаған. Йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса ла байтаҡ сығым һалынған. Бынан өс йыл элек Екатеринбург ҡалаһынан “першерон” аты һатып алынған. Был йылҡы тоҡомо башҡорт, йүгерек һәм юртаҡ аттан күпкә эрерәк һәм ауырлығы менән дә айырыла. Шулай булғас, малдың ите лә күберәк сыға. Йылҡысылыҡты тик ҡымыҙ етештереүҙә һәм итен һатыуҙа ғына күрмәй, ә тоҡомло атты үрсетеү буйынса ла эш алып бара Рогалевтар. Шулай уҡ район һабантуйҙарында уларҙың юртаҡтары ат сабышында һәр саҡ призлы урындар яулай. Артабан да был йүнәлештә эште йәйелдермәксе улар.

Техника паркын яңыртыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн дә аҡса йәлләмәй фермер. “Иҫке техникаға ремонт өсөн әллә күпме сығым һалғансы, яңыһын алыу күпкә отошло”, — ти ул. Көҙөн иһә “РостСельмаш” заводынан өр-яңы “Вектор” комбайны һатып алынған. 

Бер уйҙан һәм бер төптән, бер-береһен аңлап, ярҙам итешеп, үҙ эшен булдырған, ауылдаштарын эшле һәм ашлы иткән аталы-уллы Виталий менән Владимир Рогалевтарға артабан да уңыштар насип булһын. Тап улар кеүек уңғандар бөгөнгө ауылды йәшәтә, ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей