ГӨРЛӘП ҮТТЕ ӨМӘЛӘР

Ауылдарҙа баҡса эштәрен тамамлау менән сират ҡаҙ-өйрәк өмәләренә етә. Ҡаҙ өмәләре – ауыл тормошоноң иң йәмле миҙгелдәренең береһе. Тырышлығыңдың емешен күреү генә түгел, дуҫтар-туғандар менән йыйылышыу шатлығын кисереү мөмкинлеге өсөн дә яратабыҙ уларҙы.

Беҙҙең Иҫке Муса ауылында егәрле, бөтмөр халыҡ йәшәй. Һәр йортта тиерлек күпләп бройлер себеше, өйрәк, ҡаҙ үҫтер­ҙеләр. Ауылыбыҙҙа ике быуа бар. Ғәҙәттә, йәйен улар ап-аҡҡа әүерелә, сөнки улар ҡаҙ-өйрәктәрҙең яратҡан урыны. Бигерәк тә Мәҙинә Ғәлиәхмәтова, Гөлсәсәк Бакирова, Нурия Хәбибуллина, Гөлнара Шәғәлиева, Гөлфиә Юлдашева, Гөлсинә Ғөбәйҙуллина, Фирҙәүсә Ураҙғоловалар ҡаҙҙы күпләп үҫтерә.
Өмәләрҙе лә берҙәм, йәмле итеп үткәрә ауылдаштарым. Үҙе бер байрам кеүек булып ҡала ауыл тормошона йәм өҫтәгән был өмәләр.
Киләһе йылдарҙа ла ҡош-ҡорт алып үҫтереп, имен-аман үҫтереп, өмәләр уҙға­рырға, үҙебеҙ хәстәрләгән хәләл ризыҡтарҙы иҫән-һау шатлыҡ менән ашарға яҙһын!
Раушания ХӨСӘЙЕНОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей