Ғаилә ныҡлы булһа, ярты быуаттың үткәне лә һиҙелмәй

Мәләүез ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре 50 йыл бергә йәшәгән ун бер ғаилә хөрмәтенә матур байрам ойошторҙо. Юбилярҙар араһында гәзитебеҙҙе уҡыусы Гөлниса Райманова менән Янғыбай Мәткәримовтар ҙа бар. Һыртлан ауылында тыуып-үҫкән, тормош кәртәләрен ғорур атлаған апай менән әңгәмәбеҙ. “20 йәштә генә ике улымды ҡосаҡлап, тол ҡалдым. Колхозда аҡса юҡ, өс йыл йәшәгәс, атай тупһаһына кире ҡайттым.  Ул ваҡытта паспорт алыуы ла ҡыйын була торғайны. 1965 йылда Мәләүез шәкәр заводына йөк бушатыусы булып эшкә килдем. Ҡышын жом тейәлгән вагон эләкһә, туңған сөгөлдөрҙө соҡой-соҡой йән ҡалмай торғайны. Ауылда һауынсы булдым, элек бит “трудоден”гә эшкә сыға торғайныҡ. Көҙөн уңһа, бер эш көнөнә бер килограмдан иген бирәләр ине. Беҙҙең быуын иңенә төшкән ауырлыҡ холоҡ-фиғелебеҙҙе сыныҡтырҙы, көслө булырға өйрәтте. Ҡаланың тимер-бетон ҡоролмалар заводында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләнек.

Буласаҡ тормош иптәшем Янғыбай - сығышы менән Үзбәкстандың Гөллән ҡалаһынан, йәштән йәтим ҡалғас, берәүҙәргә эйәреп, беҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡан. Никах күктә ярала, тиҙәр. Өйләнешкәс уның тыуған яғында тороп ҡайттыҡ. Гөлнара, Гөлнур исемле ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Аллаға шөкөр, Ғәли менән Нурислам улдарымды ла ҡартым ҡаҡманы, ситкә типмәне. Үҙе лә атай-әсәйемде үҙенекеләй ҡабул итте.  10 ейән-ейәнсәребеҙ бар. Балалар яҡын йәшәгәс, тормошобоҙ йәнле, йәмле. Көнөбөҙ улар менән телефон аша хәбәрләшеүҙән башлана. Шылтыратып хәл белешһәләр, атҡа атланғандай ҡыуанабыҙ.

Бөгөн йәштәрҙең ғаилә ҡорорға ашыҡмауҙарына аптырайбыҙ. Бергә тороу ҡағиҙәләре бик ябай: бер-береңде тыңлап, юл ҡуйып йәшәү - иң мөһиме! Үҙ ғорурлығыңды бер аҙ тыйып, иптәшеңдең һүҙен тыңларға кәрәк,”-тип йәш быуынға кәңәш бирҙе. Гөлниса апай һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу мотлаҡ. Ысынлап та , ғүмер көҙөңә пар ҡанатың менән инеү, ейәндәр ҡыуанысын парлап татыу - оло бәхет.

Әҡлимә ИМАМОВА әңгәмәләште.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей