Ғаилә эшен лайыҡлы дауам итә

Бөгөн ауыл хужалығы етештереү комплексы үҫешендә хужалыҡ итеүҙең кесе төрҙәре: крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ғаилә фермалары, кооперативтар әһәмиәтле урын биләй. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа уларҙың һаны йылдан-йыл арта, өлкәндәр үрнәгенә йәштәр ҙә эйәреп, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Районда бөгөн 71 крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың 43-ө – баҫыусылыҡ, өсәүһе - умартасылыҡ менән шөғөлләнһә, ҡалғандары эш­тәрен ҡатнаш йүнәлеш буйынса алып бара. Ни генә тиһәң дә, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнеүселәр, нигеҙҙә, мал аҙығын да үҙҙәре хәстәрләй. Иң мөһиме, был өлкәлә эш алып барыусылар өсөн дәүләт программалары ҡаралған, рес­публиканың ауыл хужалығы министр­лығы ярҙамы ла ҙур. Ҡырмыҫҡалы фермерҙары йыл һайын “Агростартап”, “Ғаилә фермалары” программаларында ҡатнашып, төрлө дәрәжәләге грант­тарға эйә булалар. Минераль ашла­малар, элиталы орлоҡ, техника алыуға субсидиялар бүленә. Бынан тыш, яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында фермерҙар бәйләнмәгән ярҙам менән дә файҙалана – бүленгән аҡсаны улар үҙ ҡарамағында, шул иҫәптән яғыулыҡ-майлау материал­дары, орлоҡ һатып алыуға тотона.
Фермер булыу – иң ауыр һәм яуаплы эштәрҙең береһе булыуға ҡарамаҫтан, райондағы байтаҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тиҫтә йылдар дауамында уңышлы эшләп килә. Коллектив хужалыҡтар тарҡалыу менән, үҙҙәренең тормошон ер эшенән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған кисәге колхозсылар шул йүнәлеш буйынса үҙ эштәрен асып ебәрәләр. Бөгөн ғаилә эшен балалары лайыҡлы дауам итә. Сурағоловтар ғаиләһе лә бының асыҡ өлгөһө булып тора. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, байтаҡ, хатта эре хужалыҡтар билдәле ауырлыҡтарға һылтанып, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙән баш тартҡан ваҡытта ла, улар был техник культураны сәсеүҙе дауам итте. Ә киләсәктә татлы тамыр майҙандарын тағы ла киңәйтергә ниәтләйҙәр.
Теләк барҙа, эш ҡарышмай
Ике тиҫтә йылға яҡын элек нигеҙ һа­лынған һәм уңышлы эшләп килгән хужа­лыҡ­ҡа идара итеүҙе Рәфил Сурағоловҡа тор­мош иптәшенең ата-әсәһе – Ҡустығол ауы­лында ғүмер итеүсе Әлмира һәм Радик Рәхимовтар ышанып тапшыра. 2016 йылда дилбегәне үҙ ҡулдарына алһа ла, барлыҡ эштәрҙе бында элеккесә, бергәләп башҡа­ралар. Бөгөн 110 гектар майҙанда бойҙай, арпа сәсәләр, шуның 20 гектарын шәкәр сөгөлдөрө биләй. Әйткәндәй, татлы та­мыр­ҙан район буйынса иң ҙур уңыш уларҙа – ур­та­­са гектар ҡеүәте 450 центнер тәшкил иткән.
- Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, быйыл тотҡарлыҡтар булманы. Сөгөлдөрҙө ваҡытында ҡаҙып алып, тиҙ арала Шишмә заводына оҙаттыҡ. Киләһе йылда шәкәр сөгөлдөрө майҙанын тағы л арттырырға уйлап торабыҙ - ти Рәфил Миңлемөхәммәт улы, эштәр барышы менән таныштырып.
Техникаға ла ҡытлыҡ кисермәй фермер. Үҙҙәренең ДТ-75, ике МТЗ тракторҙары, ГАЗ машинаһы, сәскестәре һәм башҡа аг­ре­гат­­тары бар. Ә ураҡ осоронда комбайн­дарҙы яҡын-тирәләге хужалыҡтарҙан йәлеп итәләр.
Бөртөклө культуралар ҙа мул уңыш ме­нән һөйөндөргән. Уны, нигеҙҙә, ауыл хал­ҡы­на һаталар, төргәкләнгән бесән менән һалам да оҙаҡ ятмай. Һораусыларҙың йорт­тарына Рәфил үҙе илтеп бирә.
Уңыш йыйылып бөтһә лә, баҫыуҙа эш­тәр етерлек әле. Урып-йыйылған ерҙәрҙе туң­ға һөрөп, киләһе йыл уңышына нигеҙ һа­лы­на. Әлеге мөһим агротехник сараны ер туң­ғансы башҡарып сығырға кәрәк, ти Рәфил.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей