Фән һәм технологиялар үҫеше

Өфөлә Рәсәйҙең Волга буйы һәм Урал агросәнәғәт комплексы тармағындағы мөһим ваҡиғалары - форум һәм 29-сы "Агрокомплекс-2019" халыҡ-ара күргәҙмәһе - үтте. Унда Мәләүез данын күп профилле колледж лайыҡлы яҡланы.

Форум сиктәрендә мәктәп уҡыусылары һәм һөнәри йүнәлешле белем биреү учреждениелары студенттары араһында "АгроЙәшлек" фәнни-техник һәм инновация ижады  конкурсы иғлан ителде. Уның төп маҡсаты эшҡыуарлыҡ һәм ауыл хужалығы тармағы үҫешенә булышлыҡ итерлек, фәнни-техник һәм инновацион проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәштәрҙе йәлеп итеү ине.

60-тан артыҡ уҡыусы һәм студент үҙ эштәрен күрһәтте. Бында ҡаланың күп профилле һөнәри колледж студенттары ла ҡатнашты. Шуларҙың араһында икәүһе призлы урын алды. 3-сө курс студенты Флорид Киленбаев конкурсҡа сәнәғәт сепараторын механизациялаштырыу эштәре өсөн тейәгес ҡоролма тәҡдим итте. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа ошо юлдар авторы етәкселегендә команда төҙөлдө. Конструкцияны төҙөүҙә ҡаланың ошо һөнәр буйынса сәнәғәт предприятиеларында эшләгән һәм ситтән тороп уҡыған студенттар ярҙам итте. Был эш II дәрәжә Диплом менән билдәләнде.

2-се курс студенты Вячеслав Ганжа уҡытыусыһы Юлия Попкова менән берлектә конкурсҡа эремсек ваннаһының фәнни-техник проектын тәҡдим итте. Был, төрлө эремсек етештереү, һөт ойотоу өсөн тәғәйенләнгән модель үҙ номинацияһында Диплом менән бүләкләнде.

М. Резяпова.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей