Фермерлыҡҡа егәрлеләр генә тотона

Тырышҡан кешенең тормошо ла күркәм, табыны ла мул

Ауыл ерендә кем нисек булдыра, шулай көн күрә. Кемдер һөт тапшырып аҡса эшләй, бәғзеләр мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ит һата. Ауылдарҙа эшһеҙлек тиһәләр ҙә, тәүәккәлдәр донъя көтә, ҡапҡа төбөндә машина, заманса йыһазландырылған йорт–кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә бар. Єлбиттә, һөт һатып ҡына етеш тормош төҙөп булмай, уның өсөн ҙурыраҡ эш башларға кәрәк. Ѓаиләңде, ауылдаштарыңды эш менән тәьмин итеүҙе хәстәрләһәң тағы ла яҡшы. Бөгөнгө мәҡәләм геройы–Воздвиженка ауылы фермеры Александр Домиловский нәҡ шундайҙарҙан. –Крәҫтиән-фермер хужалығын 2009 йылда астым. Ауылда һәр теләгән кеше йәшәй ала, эш күп. Иң мөһиме, Хөкүмәт ярҙамынан ташламаһын, унһыҙ беҙгә бик ауыр буласаҡ. Алған техниканың 50 проценты субсидиялана, йыл да яғыулыҡ алып торабыҙ. Фермерҙың эше былай ҙа ауыр, шуға миңә ата-әсәйем, ҡатыным, балаларым ярҙам итә. Уларһыҙ мин эшләй алмаҫ инем,–ти Александар. Тәү башлағаста уның атаһы, Андрей Александрович, ярҙамсы, кәңәш биреүсе булып торһа, ауыл ерендә мал-хужалыҡ эшендә ҡайнап үҫеүе лә был эште башлауға этәргес була. Йәш фермер иң беренсе игенселек менән шөғөлләнә башлай. Игенде тәүҙә 50 гектарҙан башлап, бөгөнгө көндә 626 гектарға еткергән. Иген культураларынан тыш, арпа, ноҡот сәсә. Быйыл иһә баҫыу майҙанын тағы ла 100 гектарға арттырырға уйлай. Башлаған эше яйлап үҙ емештәрен бирә. Єлеге ваҡытта 20 һауын һыйыр иҫәпләнһә, киләсәктә 40 башҡа еткерергә планлаштыра. Малсылыҡ буйынса әсәһе һәм ҡатыны булыша. Продукцияны ҡалаланан эшҡыуарҙар килеп, килешеү төҙөп, ҡаймаҡ, май алалар. Хужалыҡтың 186 гектар сабынлығы бар. Үткән йылда өс яңы сәскес һатып алған. Был техникалар өсөн сығымдың, 50 процентына дәүләт кире ҡайтарған. Шулай уҡ былтыр ЗИЛ автомобилен субсидия буйынса алған. Үткән йылда иһә һәр гектарҙан 14 центнер иген йыйып алған.Фермер уңышты ҡайҙа урынлаштырырға тип аптырамай. Ауыл уңғаны уңышты һаҡлар өсөн ихата эргәһендә генә урынлашҡан келәтте һатып алған. Баҫыуҙарҙағы уңыштың Сибай, Орск ҡалаларына түкмәй-сәсмәй оҙатылыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Көс-ҡеүәте ташып торған йәш кешенең уй-маҡсаттары ла яҡты.Александр киләсәктә сәсеүлек майҙандарын киңәйтергә, малды ишәйтергә тигән теләк менән янып йәшәй. –Бөгөнгө көндә техникалар яҙғы сәсеүгә әҙер. Үткән йыл техниканы Яңы Орск ҡалаһында капиталь ремонт үткәрҙек. Быйыл 20 тонна яғыулыҡ, элиталы орлоҡтар һатып алдыҡ. Планда “Ростсельмаш” менән договор төҙөп, яңы комбайн алырға планлаштырабыҙ. Дәүләт ярҙамына өмөт итәбеҙ инде. Йүнселдәр, тырыштар заманы хәҙер,– ти Александр. – Шәхси хужалыҡты үҫтереү, үҙ эшеңде асыу өсөн мөмкинлектәр етерлек, тик ялҡауланмаҫҡа, һуңыраҡ ятып, иртәрәк торорға, бер-береңә ярҙамлашып донъя көтөргә, бар көсөңдө һалып эшләргә генә кәрәк. Теләк булһа, дәрт итһәң, үҙ-ара аңлашып йәшәһәң, донъяң да, эшең дә алға бара, һиңә уңыш йылмая, - ти ул. Бына шулай, заманса фекер йөрөткән, киләсәккә ҡарап эш итә белгән фермер йәшәй Воздвиженка ауылында. Уй-пландарын тормошҡа ашырырға уның теләге лә, дәрт-дарманы ла етерлек. Эйе, ер эше, мал бағыу ялҡаулыҡты үҙһенмәй. Бындай эштәрҙе егәрлеләр, булдыҡлылар ғына атҡарып сыға ала.

Гүзәл Бохарбаева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей