Фермерға ярҙамға

Крәҫтиән фермер хужалыҡтары ойоштороусыларға, үҙ кәсебенә тотоноусыларға һоҡланып ҡарайым. Миңә ҡалһа, ул эште ҡыйыуҙар, батырҙар ғына башлай ала. Уҙған аҙнала Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Ирек Сураҡов, Павел Иофинов, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ауыл хужалығы консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев һәм БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм хуплау фонды эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәге директоры Айгөл Хәбибрахманова ҡатнашлығында крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереү мәсьәләһе буйынса төбәк семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Һөйләшеүгә республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарынан ассоциация рәйестәре, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре һәм фермерҙар саҡырылғайны.
Районда бөтәһе 79 крәҫтиән-фермер  хужалығы әүҙем эшләй, үҫемлекселек менән - 65, малсылыҡ - 51, кәзә аҫрау - 2, балыҡсылыҡ менән 2 хужалыҡ шөғөлләнә. Ғаилә фермалары ла табышлы эшләй, яңы барлыҡҡа килгән фермер хужалыҡтарына аяҡҡа баҫыу өсөн етәкселек тарафынан ярҙам күрһәтелә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы былтыр федераль һәм республика бюджетынан 57 миллиондан ашыу субсидия алынған. Әлеге ваҡытта  3,2 миллиард һумға  32 инвестиция программаһы бойомға ашырыла. Мәләүез районы Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов былтырғы хеҙмәт йылына байҡау яһап, ҡаҙаныштарҙы билдәләп уҙҙы. Башҡортостан Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов эшләгән кешегә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүенә туҡталды, улар төрлө грантҡа, субсидияға, ташламалы кредитҡа иҫәп тота ала. “Әлбиттә, үҙегеҙ ҙә уяулыҡ һәм әүҙемлек тураһында онотмаһағыҙ,” - тине ул. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәнергә теләгәндәргә  тормошҡа ашырырҙай бизнес план төҙөргә кәңәш итте. Етештергән тауарҙы үҙебеҙгә һатырға өйрәнергә кәрәклеген, 85 процент продукцияның алыпһатарҙар ҡулы аша үтеүен әйтеп китте. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла фермерҙар менән кәңәштәре менән уртаҡлашты.
Тәжрибә бүлешеү маҡсатында бер нисә фермерға һүҙ бирелде. Күгәрсен районы вәкиле Руслан Ғүмәров бал эшкәртә һәм был тармаҡта ярайһы уҡ табыш ала. Кәзә үрсетеү менән шөғөлләнгән яҡташыбыҙ Эдуард Ниғмәтуллиндың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Семинар аҙағында һәр кем борсоған һорауҙары менән белгестәргә мөрәжәғәт итте.
Үҙгәрештәр заманында колхоз-совхоздар тарҡатылғас, дөйөм хужалыҡҡа күнеккән халҡыбыҙ юғалып ҡалды. Күмәкләп эшләргә өйрәнгән ауыл кешеһенә замандың яңы талаптарын төшөнөр өсөн бер нисә тиҫтә йыл ваҡыт талап ителде. Ил етәкселегенең крәҫтиәнгә йөҙө менән боролоуы өмөт сатҡыһы уята. Файҙаланыуҙағы ерҙәрҙе хосусилаштырған өсөн сығымдарҙы ҡаплау, табышҡа һалынған һалымдан арындырыу, бер нисә йорт берләшеп алған техниканың (йәки дөйөм ҡулланыу өсөн алынған тауарҙың) күпмелер хаҡын ҡайтарыу һәм башҡа төрлө бихисап ярҙам төрҙәре - ер кешеһе баш күтәрһен өсөн күрелгән саралар. Шулай ҙа, кешеләрҙең үҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡты бөтә йөрәге менән тойоуы, яңыса фекерләүе, үҙҙәрендә яңы сифаттар асыуы, тормоштарын яҡшыртырға ынтылыуы мөһим. Бүленгән аҡсалата ярҙам тиненә тиклем, урынға барып етеп, ауылды нығытыуға хеҙмәт итергә тейеш.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей