Фермер хужалыҡтары ҙур өлөш индерҙе

Йәйҙең йәмле таңында, сылтырап ятҡан Агизел ярында Мутай ауылында тантаналы сара "Һаумыһығыз, ауылдаштар" байрамы утте. Куркәм байрамға бөтә ауыл халкы йыйылды. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, алыҫ яҡтарҙан ҡунаҡтар ҙа килде. Был байрам ауылдың йыр-моң оҫталарын, етеҙҙәрен, батырҙарын, көслөләрен асыҡлаусы, йәшәу кимәлен билдәләусе сара.
Байрам кисәһен башлап һуҙ Һарыш ауылы советы биләмәһе башлығы Рафаэль Сәлим улы Булатовҡа бирелде.
Мотай ауыл халҡы уңғанлыҡтары, тырышлыҡтары менән билдәле. Беҙ уларҙың иң-иңдәрен билдәләп үттек.
Быйылғы йылда күркәм юбилейҙарын билдәләүсе, йәше һәм башҡа юбилярҙарҙы тыуған көндәре менән котлап бүләктәр тапшырылды.
Байрам барышында ауыл халҡы өсөн Нәсимә Суҡбаева, Гөлсәсәк Султангулова, Күсәрбаева Наилә, Флүрә һәм Фаяз Бикташевтар, Денис Кәримов, Элеонора Мурзагильдина йырҙар башҡарҙылар, Нурутдинова Диана өҙҙөрөп бейеүҙәр ҡуйҙы.
Ауыл халҡы өҫтәл түрендә тәмле-тәмле бәлештәр менән самауар сәйе эсеп, ҡул сабышып, ҡушылып йырлап, бейешеп ултырҙылар. Тантана төрлө-төрлө уйындар менән тамамланды.
Килгән ҡунаҡтар күтәренке күңелдә таралыштылар. Байрамды ойоштороуҙа ҙур ярҙам  фермер хужалыҡтарҙың етәкселәре күрһәтте.

Мутай клубы етәксеһе.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей