Ейәндәрен һөйһөн олатайҙар

1924 йылда Буранғол ауылында донъяға килгән Әнүәр Шаһимәрҙәнов етенсе класты тамамлау менән «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозында эш башлай. Төрлө эштәрҙә йөрөй, илебеҙгә фашистар баҫып инеп, ирҙәр ил азатлығын яулап фронтҡа киткәс, уҡыу-яҙыуға сос Әнүәрҙе колхозға иҫәпсе итеп ҡуялар.

18 йәше тулғас, йәғни 1942 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә саҡырыла ул. Отҡор йәш һалдатты Благовещенск ҡалаһында урынлашҡан Көньяк Урал хәрби пулемет училищеһына уҡырға ебәреләр. 1943 йылдың февралендә уҡыуын артабан дауам итеү маҡсатында Әнүәр Шаһимәрҙәнов Урал хәрби пулеметсылар училищеһына оҙатыла.   Бында тағы һигеҙ ай дауамында пулеметтан атыуҙан тыш, яуҙа һалдаттар менән етәкселек итергә лә, яу юлында осраясаҡ төрлө ҡаршылыҡтарға әҙер булырға ла өйрәтәләр. Уҡыу йортон 1943 йылдың сентябрендә тамамлаған йәш һалдатҡа лейтенант званиеһы бирелә.

Унан инде ҡот осҡос һуғыш яланына аяҡ баҫа, шанлы ла, данлы ла яу юлы башлана. Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов орденлы 180-се уҡсылар дивизияһы, 42-се полктың беренсе батальонының пулеметсылар взводы командиры вазифаһында һуғышҡа инә Әнүәр Шаһимәрҙәнов. Ике айҙан рота менән командалыҡ итеүҙе ышанып тапшыралар яҡташыбыҙға. Совет Армияһы составында Румыния, Венгрияның ауыл-ҡалаларын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша ул. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн дивизияның бойроғо менән Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була, «Будапешты алған» өсөн миҙалы тапшырыла.

Совет ғәскәрҙәре Дунай йылғаһын аша сығыу өсөн көслө алыштар алып барыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Нәҡ ошо Дунайҙы аша сығыу буйынса ҡан-ҡойошло операцияны уңышлы атҡарған өсөн 115 һалдат һәм офицерға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, йөҙәрләгән яугирҙар орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Әнүәр Хаммат улы ла ошо яуҙағы батырлығы өсөн Александр Невский ордены менән наградлана. Ошо йылда Коммунистар партияһы сафына алына.

Совет ғәскәрҙәре Берлинға ынтыла, шул уҡ ваҡытта көньяҡтараҡ Венгрияла Будапешт өсөн ҡаты алыш бара, һуғышта немецтарҙың һуңғы иң ҙур һөжүме булған Балатон операцияһы башлана. Оборона һыҙатын үтер өсөн немецтар беҙҙекеләрҙе аяуһыҙ бомбаға тота.

Балатон күле өсөн барған көсөргәнешле алышта Әнүәр Шаһимәрҙәнов уң аяғына ҡаты яралана. Ҡанһырап ятҡан командирҙарына санитарҙар ярҙам күрһәтә  һәм атыштар бер аҙ тынған арала уны госпиталгә оҙаталар. Бузэу ҡалаһында госпиталда дауалана ул, ошонан туғандарына хат яҙып, фотоһын ҡушып ебәргән (һүрәттә). «Уңда минең боецтар һәм санитарҙар» тигән яҙыуы ла бар.      

Яраһы ныҡ булыу сәбәпле, яугирҙе Чкалов ҡалаһындағы хәрби госпиталгә артабан дауаланыу өсөн ебәрәләр. Бөйөк Еңеү хаҡында хәбәр шатлыҡлы хәбәр килгәндә лә ул госпиталдә була әле. Ике йылдан һуң 1947 йылда бер яғына аҡһап, тыуған еренә аяҡ баҫа.

Командир вазифаһында яу юлы үткән һалдатты Асҡарға ДОСААФ-тың район комитетына рәйес итеп тәғәйенләйҙәр.  Унан инде район Советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы бүлегенә иҡтисадсы итеп алалар. Артабанғы йылдарҙа Әбйәлил МТС-ының  иҡтисадсы, диспетчер булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт юлын үтә. Ауыл хужалығы эштәре буйынса дәүләт статистикаһында өлкән инспектор вазифаһын да башҡара ул. Оҙаҡ йылдар Дауыт ауылы ҡараған XII партсъезд исемендәге колхоздың ревизия комиссияһы рәйесе була.

Был осорҙа Дауыт ауылы ҡыҙы Зөлхәмирә Һибәт ҡыҙы менән тормош ҡора, ҡатынының ауылында өй төҙөйҙәр.

— Беҙ ғаиләлә 8 бала булып, дүртәүебеҙ генә буй еткерҙек. Үҙебеҙ балалар үҫтерҙек, олатай-өләсәйҙәр бөгөн. Шуныһы үкенесле, ул-ҡыҙҙарыбыҙ олатай наҙынан, уның аҡыллы кәңәштәренән мәхрүм булды, уны фотоһүрәттәрҙән, беҙҙең хәтирәләрҙән генә белә. Ҡәһәрле һуғыш булмаһа, алған яралары ыҙалатмаһа, атайыбыҙға ла ейәндәрен күрергә насип булыр ине, - ти ветерандың оло улы Әхмәт Шаһимәрҙәнов.

Бөгөнгө яҡты киләсәк өсөн үҙҙәрен аямай һуғышҡан яҡташтарыбыҙ онотолорға тейеш түгел. Әнүәр Шаһимәрҙәновтың да исемен герой тыуып үҫкән Буранғол ауылының, шулай уҡ үҙе ғүмер иткән Дауыт урамдарының береһенә биреү яҙыҡ булмаҫ ине, минеңсә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей