Етештерелгән тауарҙың сифаты ла, күләме лә юғары

Агросәнәғәт комплексы эшселәре йәйен-ҡышын туҡтамай эшләй. Ғүмерен үҫемлекселек, малсылыҡҡа бәйле кешеләрҙең тормошо үтә тынғыһыҙ. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеү, сифатлы продукция алыу - төп маҡсат. Мәләүез ерендә бурысына тап төшөрмәй, намыҫлы эшләгән кешеләр йәшәй. Тармаҡ эшмәкәрлеге менән ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов таныштырҙы:

- Быйыл аграрийҙар 80 мең гектарҙан ашыу ерҙә яҙғы сәсеү эшен башҡарҙы. Шуның 45,4 мең гектарын бөртөклө-ҡуҙаҡлылар тәшкил ите, 22 меңен техник культуралар. Мал аҙығы етештереү маҡсатына 18,8 мең гектар ер тәғәйенләнгән.

Күптәр сәсеүлек структураһын үҙгәртте. Иғтибар килем килтерерҙәй нут, рапс, арпа, люпин, яҫмыҡ борсаҡ, етен кеүек культураларҙы сәсеүгә йүнәлтелде.

Хужалыҡтар йылдан-йыл техника паркын яңырта. Бөтә төр эш агрегаттарға бәйле. Йыл башынан эшҡыуарҙар Валерий Буров, Анатолий Урчев, Валерий Павлов, Виктор Акшенцев, “Стар” хужалыҡтары, “Дружба”, “Ашҡаҙар”, “Иҙел”, “Трудовик” предприятиелары һөрөнтө сәскес, тырма, трактор, каток, телескопик тейәгес, үҙйөрөшлө һиптергес, сәсеү комплекстары һатып алды.  Ер эшендә тәжрибәле механизаторҙар менән бер рәттән йәштәр ҙә эшләй. Һәр береһе махсус курстар, тикшереү, аттестация үткән.

2018-2019 йылдарға 15 мең тонна бесән, 50-шәр мең тонна сенаж, силос тупларға план ҡуйылған. Шартлы бер баш һыйыр малына 30 центнер ҡаты һәм һутлы аҙыҡ берәмеге тура киләсәк.

Ғөмүмән, беҙҙең аграрийҙар етештергән сеймалдың сифатын да, күләмен дә юғары кимәлдә һаҡларға тырыша. Еңел булмаған заманда был ынтылыш маҡтауға лайыҡ.

Ә. Әмирова.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей