Етеш йәшәү үҙеңдән тора

Етеш йәшәү үҙеңдән тора

Айгөл һәм Сергей Сад ауылда төпләнеүҙәренә һис үкенмәй

Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк, тигәндәй, ябайҙарҙан булмаған был заманда эш һөймәһәң, ауыл ерендә йәшәүе бик еңелдән түгел. Эш тигәндән, тырышып донъя көткән, хөкүмәт ярҙамына ғына өмөт итмәй, үҙ көстәре менән ҙур башланғыстарға юл яра белеүселәр иҫәбенә Подольск ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Сергей Сад ғаиләһен индерергә мөмкин. Йәштәр донъя ҡорғас, бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе уйламай, ғаилә башлығының тыуған ауылында төпләнергә ҡарар иткән. Эшҡыуарлыҡты Сергей ауылда аҙыҡ-түлек магазины асыуҙан башлай. Подольск һәм Таштуғай ауылдарында сауҙа нөктәләре хәҙер ҙә уңышлы эшләй. Бөгөнгө көндә ирле-ҡатынлының икеһенең дә үҙ бизнесы. “Силәгенә күрә–ҡапҡасы”, тигәндәй, икеһе лә бөтмөр, егәрлеләр. Сөнки ғаилә башлығы 2012 йылда үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын асҡас, Айгөл сауҙаны тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Єйбер алып килеүселәр менән килешеү төҙөй, үҙе еңел машинала елдереп, аҙыҡ-түлек ташый. Был ғына түгел, уңған хужабикә Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең Подолск филиалында балаларға фортепиано дәрестәрен бирә. –Фермерлыҡ эшен 30 гектар бойҙай сәсеүҙән башланым. Шунан йыл һайын баҫыу майҙанын арттырып, бөгөн 450 гектарға еткерҙем. Игенселектән башҡа, малсылыҡ менән дә шөғөлләнәм. Малсылыҡ–ул ауыл хужалығы тармағының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Беҙҙең хужалыҡта 60-тан ашыу мал-тыуар бар. Тәүҙә 5-6 баштан башлап ебәрҙем һәм яйлап ишәйтә барҙым, уларҙы шәхси ҡурамда тоттом. Малсылыҡ йүнәлешен артабан үҫтереү өсөн буш торған бинаны ҡыйбат хаҡҡа булһа ла һатып алып, малдарҙы шунда күсерҙем. Бинала электр үткәрҙем, быйыл видеокүҙәтеү ҡуйҙым. Хужалыҡта ҡатыным уң ҡулым, аҡыллы кәңәшсем. Техникаға ниндәй запас частар кәрәк, ҡалаға барып алып ҡайта, ҡыҙым ҡағыҙ эштәре менән ярҙам итә. Єлбиттә, ер эше еңел түгел. Ћәр нәмәне үҙ мәлендә теүәлләп барыр кәрәк. Фермерлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуыма үкенмәйем. Љыйынлыҡтарҙы еңә-еңә алға ҡарап, булмағанды булдырырға тырышып эшләйбеҙ,–ти Сергей Владимирович. Беҙ фермер Садты техника ремонтлау өҫтөндә тап иттек. Хужалыҡта таркторҙар бар, яңыраҡ иген йыйғыс комбайн һатып алған. Быйыл МТЗ-82 тракторы техника паркы тулыландырасаҡ. –Ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмайым. Крәҫтиән-фермер хужалыҡ артабан үҫтереү маҡсаты менән эшләйбеҙ. Орлоҡтарҙы яңыртыр кәрәк, сөнки уларҙың сифаты яҡшынан түгел. Былтыр ҡоролоҡ йылдарында хөкүмәттең сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыуҙары бик яҡшы булды,–тине фермер. Йәштәр 2005 йылда иркен йорт һалып сыҡҡандар, донъялары, ололар әйтмешләй, әйләнеп сыҡҡыһыҙ, тыштан да балҡып ултыра. Тырыш ғаиләлә ике матур бала тәрбиәләнә. Љыҙҙары Аделина һигеҙенсе класта тик бишле билдәләренә уҡый улдары Борис та апайынан ҡалышмай, гел дүрт һәм биш алып ҡайта, ул дүртенселә белеем ала. –Ауылда эшләйем тигән кешегә эш етерлек, тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәй инде ул. Бөгөн һәр нәмәнән аҡса эшләргә мөмкин. Колхоз бөтөүгә лә үкенеп ултырырға түгел, ең һыҙғанып эшләһәң, бынамын тигән итеп етеш йәшәргә була. Тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтәһен, хеҙмәтебеҙҙең емештәрен татып йәшәйбеҙ. Йәштәр ауылда ҡалыуҙан ҡурҡмаһындар ине. Эшләһәң, мул тормошта йәшәп була,–ти Айгөл Рәмил ҡыҙы. Бына шулай, Айгөл менән Сергей ауылда төпләнеп ҡалыуҙарына бер ҙә үкенмәй, күптәргә өлгө булып, тырышып донъя көтә, етеш тормошта йәшәй. Сад ғаиләһе башҡарған эштәренән ҡәнәғәт, киләсәккә лә яҡты уй-ниәттәре бихисап. Малсылыҡты арттырыу–алда торған бурыстарҙың иң әһәмиәтлеһе, ти улар.

Гүзәл Бохарбаева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей