Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрлелектән килә

Бынан 30 йыл элек йәмле йәй айының бер көнөндә Иҫке Тайыш ауылында бер ғаилә барлыҡҡа килә. Ошо ауылдың Рәфил атлы егете Имәндәш ауылы сибәре Луизаға өйләнеп, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ошоғаса бер-береһенә ҡарата булған саф һөйөү хистәрен һүрелтмәй, бирелгән вәғәҙәләренә, туйҙа әйтелгән матур, изге теләктәргә тоғро ҡалып, татыулыҡта, ауылдаштарына өлгө булып йәшәйҙәр. Бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе уйламай, ауылда төпләнергә ҡарар иткән йәштәр бер ҙә үкенмәй, зарланмай, ғүмер дауам итә.

Луиза менән Рәфил Кинйәбулатовтарҙың ғаиләһендә мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы 3 балалары – ике ҡыҙ һәм бер улдары донъяға килә. Бөгөн иһә барыһы ла үҫеп, буй еткергән. Ҡыҙҙарының өлкәне Розалия үҙе инәй, атай-инәһен олатай-өләсәй булыу бәхетен татытҡан. Тормош иптәше Альберт менән Сатира исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Гөлсирен ҡыҙҙарын да башлы-күҙле иткәндәр, Илнур кейәүҙәре менән ошо көндәрҙә генә туй тантанаһы үткәргәндәр. Кинйәбулатовтар нәҫелен да-
уам итеүсе, ғаиләлә иң кесеһе – 19 йәшлек улдары Ғүмәр Салауат индустриаль-педагогик колледждың 3-сө курсын тамамлаған.
1996 йылда атай нигеҙен ҡоротмай, уға төкәтеп ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡандар. 30 йыл элек мөхәббәт, ихтирам, бер-береһенә ышанысҡа ҡоролған ғаилә нигеҙе бөгөн дә ныҡлы. Улар йәшәгән ҡотло донъя әллә ҡайҙан балҡып тора. Донъялары әйләнеп сыҡҡыһыҙ (бүлмәләре аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре менән бергә – 6-ау). Бүлмәләрҙе, тәҙрә төптәрен күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәгә күмелгән гөлдәр биҙәй. Нурлы өйҙә йылылыҡ, бөхтәлек, барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған.
Силәгенә күрә - ҡапҡасы, тигәндәй, икеһе лә бөтмөр, егәрлеләр. Кинйәбулатовтар ғаиләһе ауылда тырышып донъя көтөп, етеш йәшәүселәр иҫәбендә. Төп килемде нигеҙҙә малсылыҡ продукцияһы һатыуҙан алалар. Уларҙы үҙҙәре һимерткән малдарының ите менән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә йыш осратырға мөмкин. Шәхси хужалыҡта дүрт баш һыйыр, шунса уҡ ат, ике тиҫтәгә яҡын һарыҡ аҫрала, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны юҡ. Дүрт башмаҡ һимертеүгә ҡуйылған. Йәйен көндәлек 35-40-лап литр һөт һауып, үҙҙәренән артҡанын дәүләткә тапшыралар.
Бына шулай, Луиза менән Рәфил Кинйәбулатовтарҙың мөхәббәтле ғаиләһе күптәргә өлгө булып, тырышып донъя көтә, етеш тормошта йәшәй.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей