Етен йыя эшсәндәр

Баҫыуҙарҙың күпселегендә бөгөн тынлыҡ, сөнки районда уңыш йыйыу миҙгеле нигеҙҙә тамамланды. Шулай ҙа Асҡар – Магнитогорск юлы буйындағы баҫыуҙарҙа уҙған аҙна аҙағынан комбайндарҙың саң болото туҙҙырып эшләүенә күптәр иғтибар иткәндер — уларҙа «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы игенселәре етен йыйыуҙы дөргөн алып бара.

— Хужалыҡта ужым һәм яҙғы культураларҙың уңышын йыйыу тамамланды. Әле һуң өлгөргән етен менән көнбағышты урырға ҡалды, — тип таныштыра ураҡ эштәре барышы менән кооперативтың баш агрономы К. В. Холмогорцев. — Күреүегеҙсә, бөтә уңыш йыйыу техникаһы етен баҫыуҙарына төштө һәм уларҙың кемуҙарҙан эшләүенә ҡыуанырға ғына ҡала.
Беҙ шишәмбелә хужалыҡта булғанда комбайнсыларҙың ике бригадаһы йәнәш ятҡан баҫыуҙарҙың һуңғы гектарҙарын иңләй ине. Уңыш батырҙарын фотоға төшөрөп алыу өсөн уларҙың майҙандағы эште тамамлауын көтөргә тура килде, сөнки ҙур тиҙлектә эшләп йөрөгән техниканы туҡтатырға батырсылыҡ итмәнек.
Бына комбайндар, баҫыу ситендә бункерҙарҙың тулыуын көтөп ултырған КамАЗ-дарға, ашлыҡты бер-бер артлы бушатты ла, байтаҡ алыҫ ятҡан сираттағы баҫыуға күсеү өсөн тиҙ генә урғыстарын ысҡындырып, комбайндарға тағып та алдылар. Ошо эш араһында егеттәр менән бер аҙ әңгәмәләшергә форсат тыуҙы. Комбайнсылар араһында август башында, арыш сәсеүҙән репортаж эшләгәндә, осратҡан механизаторҙарҙы ла, һоло урыу барышында уңыш ташыған водителдәрҙе лә күреп ғәжәпләнеүемә:
— Беҙҙә бөтәһе лә универсалдар. Йәғни ҡайҙа эшсе ҡулдар кәрәк, шунда эшләй алабыҙ: барыбыҙ ҙа машина йөрөтә, мохтажлыҡ тыуһа тракторға ла ултырабыҙ. Ураҡ осоронда иһә комбайнда ла эшләй алабыҙ, — тип яуапланы тәжрибәле игенселәрҙең береһе Мөхәмәт Ахунов.
Етен культураһы хужалыҡта быйыл бөтәһе 3000 гектарҙа сәселгән. Баш агроном әйтеүенсә, бөгөнгә (шаршамбыға ҡарата) уның бер мең гектар майҙанының уңышы йыйып алынған, комбайндар был культураны туранан-тура урып һуға.
— Комбайндарҙың эшләнеше юғары, ике бригада тәүлеккә 300-400 гектарҙағы майҙандың уңышын ура. Синоптиктар тағы ун көн тирәһе ошолай аяҙ, йылы буласаҡ, тип фаразлай. Был осорҙа ҡалған етенде һәм бер мең гектар майҙанды биләгән көнбағышты урып-һуғып өлгөрөргә тейешбеҙ, — тип дауам итә баш агроном.
Константин Владимирович әйтеүенсә, комбайнсылар ҙур яуаплылыҡ тойоп, намыҫлы эшләй. Тәүге бригадала дүрт «Тукан» комбайны тупланған. Уларҙы механизаторҙар Алгиз Вәлиев, Фидан Баһаув, Булат Кәримов, Мөхәмәт Ахунов хеҙмәтләндерә. Икенсе бригада иҫәбендә — Хәлит Төхвәтуллин, Риф Ғәлиуллин, Сергей Косарев, Таһир Вилданов, Альберт Ғәйнуллин һәм Александр Сачков йөрөткән дүрт «Полесье» һәм ике «Челленджер» комбайндары.
Улар һуҡҡан етенде тағылмалы арбалар таҡҡан КамАЗ водителдәре Рөстәм Әбүзәров менән Фәнил Әхмәтов ырҙын табағына ташып тора.
Ырҙын табағында яңы уңыш таҙартыла, һатыуға әҙерләнә. Баш агроном фекеренсә, был культураға һорау ҙур, шуға ла әлегә ул келәттәргә һалына — яҡшы хаҡ тәҡдим иткән һатып алыусыны көтәләр.
Һатыу хаҡы һәйбәт булған культураны урып-йыйыуҙа эшләгән механизаторҙар, быйылғы ҡатмарлы һауа шарттарында, ҡыйынлыҡ менән үҫтерелгәнде юғалтыуһыҙ йыйып алһын, эште сифатлыраҡ башҡарһын өсөн хужалыҡ етәкселеге тарафынан төрлө дәртләндереү саралары ҡаралған. Мәҫәлән, комбайнсылар сәғәт 7-лә эш башлай, һуңламай килеүселәргә өҫтәмә түләм ҡаралған. Етенде урып-йыйыу хаҡы ла, башҡа культураларҙыҡына ҡарағанда, юғарыраҡ икән.
— Ни тиһәң дә, йылдың ҡатмарлы килеүе үҙенекен итте. Үҫтерелгән культураларҙан өмөт иткән уңыш күләмен йыйып алып булманы. Етен төшөмө, мәҫәлән, гектарынан 6-8 центнерҙан килә. Бойҙай гектарынан ни бары 12-14 центнер бирҙе, арпа төшөмө уртаса 12 центнерҙан тура килә. 1200 гектарҙа сәсеп ҡалдырылған ужым культураларының уңышы 17 центнер тәшкил итте, — тип дауам итә баш белгес. — Шулай булғас, культураны көҙҙән сәсеп ҡалдырыу отошло. Иртә яҙҙан шытып сыҡҡан культуралар, ерҙә дым барҙа, күтәрелеп ҡала. Яҙ сәселгәндәрҙән алда өлгөргәс, башҡалар игенгә тулышҡансы уны йыя башларға мөмкин. Шуға ла майҙанды арттырырға ҡарар ителде, былтыр 1200 гектар майҙанды көҙҙән сәсеп ҡалдырһаҡ, быйыл иһә 1300 гектарға күберәк ултырттыҡ.
Бына шулай, йыл ҡатмарлы булһа ла, алдағы йыл игенсе өсөн уңайлы килеүенә, баҫыуҙарҙың мул уңыш менән ҡыуандырыуына өмөт менән йәшәй ауыл хужалығы эшсәндәре. 

Рәмилә Истанбаева, Осҡон гәзите хәбәрсеһе

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей