Эшсән бәхетте эштән эҙләр
Иҫке Муса ауылында йәшәүсе Фәнис Ғәлиәхмәтовтың фермерлыҡ хужалығы районда өлгөлөләрҙән һанала
Бөгөн баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ йәһәтенән эш алып барған Фәнис Әнис улы мәктәптә уҡығанда уҡ артабан ҡайҙа уҡырға барасағын белә. 10-сы класты тамамлағас туғандары һәм таныштары араһынан бер нисә уҡыу йортон тәҡдим итеүселәр булһа ла, ул бер кемде лә тыңламай, хыялындағы һөнәрҙе алыу өсөн Башҡорт ауыл хужалығы институтының агрономия бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған яғын ихлас һөйгән егет, әлбиттә, ауылына ҡайта һәм “Бүләк” колхозында агроном булып эшләй башлай. Юғары уҡыу йортонда алған белемен ҡулланып, дөйөм колхоз мәнфәғәте өсөн алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә ул. Шулай ҙа артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарарға тура килә: бригадир, иҡтисадсы, газ хеҙмәте инженеры, газ ҡоролмаларын төҙөкләндереү буйынса слесарь бурыстарын башҡара. Биш йыл Туймазы яҡтарында ла йәшәп ҡайта йәш ғаилә. Унда ла колхозда агроном, шунан иҡтисадсы була. Тик тыуған яҡ үҙенә тарта. Фәнис Ғәлиәхмәтов 2003 йылда, колхоздар тарҡалыу кисергән мәлдә, фермерлыҡҡа тотонорға батырсылыҡ итә. Ныҡлы уйлағандан һуң, яңылыҡҡа ынтылған егет райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Әмир Булатовҡа килә. Уға тәүҙә 10 гектар ғына ер бирелә. Бында иген культураһы сәсеп ҡарай. Мул уңыш алғас, һатыу өсөн күпләп ҡаҙ бәпкәләре үҫтереп һаталар. Ике йыл һынатмай эшләгәндән һуң, уға тағы ла баҫыуҙан 50 гектар ер бирелә. Бында инде бөртөклө культураларҙан тыш, сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Әйткәндәй, был ваҡытта унан башҡа тағы ике кеше фермерлыҡҡа тотона. Әммә улар бер аҙҙан ер эшен ташлай. Шулай уҡ намыҫлы булыуы, халыҡ менән уртаҡ тел таба алыуы, дөйөм эште ойоштора белеүе өсөн уға ышаныс белдереп, Иҫке Муса ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһын тапшыралар. Иңенә алған эште ҙур яуаплылыҡ менән алты йыл тарта. Ә әлеге мәлдә Фәнис Әнис улы “Ғәлиәхмәтов” крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығын етәкләй.
- Кабинетта, компьютер янында ултырыу күңелемә яҡын түгел. Миңә иркенлек, азатлыҡ кәрәк. Киң баҫыуҙарҙа йөрөп кинәнес алам. Ә ерҙәге көсөргәнешле хеҙмәттән һуң малдарҙы ҡарау минең өсөн ял ғына. 15-ләгән үгеҙ аҫрайым. Әлеге ваҡытта 120 гектар ерем бар. Быйыл уны икеләтә арттырып ебәрергә торам, документтар әҙерләнеү өҫтөндә. Ҡайһы бер яҡташтарымдың пай ерҙәрен дә ҡуртымға алдым. Улар менән ваҡытында иҫәпләшергә тырышам, транспорт өсөн хаҡ алмайынса һаламын, бесәнен һәм игенен килтереп бирәм. Баҫыуҙарҙа бөртөклө культуралар, көнбағыш, бесән өсөн күп йыллыҡ үлән үҫтерәм. Культураларҙың үҙебеҙҙең климатҡа яраҡлашҡандарын, һыналғандарын ғына сәсәм. Улдарым һәр эштә лә ҙур ярҙамсылар, - ти ул.
Һәр кемдеке кеүек уның ғаиләһе эшенә, һәр башланғыстарына ризалашып, көс-ҡеүәт бирә, ярҙамлаша. Ҡатыны Рушания Мәздәт ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Илнур ҙа эшҡыуарлыҡ юлын һайлаған. Математика уҡытыусыһы булған Илфир Себерҙә тора. Уларҙың икеһенең дә үҙ ғаиләләре бар, олатай-өләсәйгә ейәндәр ҙә бүләк иткәндәр. Ә кеселәре Рәфил армияла Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй.
Фәнис Әнис улы – универсаль кеше. Техниканы энәһенән ебенә тиклем белгәс, “тимер ат”тарын үҙе ремонтлай, кәрәк икән, токарь, слесарь, иретеп-йәбештереүсе, инженер, агроном, иҫәпләүсе, киң профилле механизатор ҙа булырға тура килә. Әлеге мәлдә ул техникаларын, агрегаттарын, ҡоролмаларын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү менән мәшғүл.
Тыуған ауылында ҡалыуына, агроном һөнәрен һайлауына, һәр саҡ күңел ҡушыуы буйынса дөрөҫ юлдан барыуына ул бик ҡәнәғәт. Балаларҙың да кесе йәштән ошондай ҙур эштәрҙе күреп, ярҙамлашып, эшһөйәрлеккә өйрәнеп үҫеп етеүе, тормошта матур өлгөнө ҡуллана алыуҙары Ғәлиәхмәтовтарҙы тағы ла бәхетлерәк итә.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Эльнара Шаймарҙанова фотоһы.