Эшҡыуарлыҡ сәғәте

Эшҡыуарҙар балалар туҡланыуы һәм талҡан етештереү яҡлы

“Беҙ һеҙҙе - бизнесҡа, бизнесты һеҙгә яҡынайтабыҙ”, - тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров

Район Хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” инвестиция проектының сираттағы ултырышы үтте. Унда эшҡыуарҙар, инвесторҙар, потенциаль инвесторҙар ҡатнаша.

Сираттағы ултырышҡа “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте генераль директоры Лариса Малахова балалар туҡланыуы өсөн киптерелгән ҡатнашма етештереү проектын тормошҡа ашырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙәрен һораны. Сабыйҙарға беренсе көндән үк әсә һөтөн алмаштырыу өсөн ул стериль, асептик шарттарҙа заманса технология ҡулланып автоматлаштырылған юғары етештереүсәнле ҡоролма ярҙамында етештереләсәк. Бөгөн был - республика, Рәсәй кимәлендә талап  ителгән инвестиция проекттарының береһе. Үҙгәртеп ҡоролған цех эшләй башлаһа, йылына 10 мең тонна балалар ризығы әҙерләнәсәк. Маҡсатлы проект райондың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү йәһәтенән дә отошло, 80 эш урыны булдырыу күҙаллана, акционерҙар, инвесторҙар менән эшлекле осрашыуҙар үткән. 

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов өҫтөнлөклө проекттың төбәк өсөн мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Инженер селтәрҙәре, ер участкаһы, үҙгәртеп ҡороуға бәйле һорауҙар буйынса яуаплы белгестәр үҙ тәҡдимен индерҙе.

Сираттағы эшҡыуар “Аҡтирмән” йәмғиәтенең коммерция директоры Рима Күлбаева мәләүездәргә яҡшы таныш. Ул ултырышта ҡатнашыусыларҙы 2009 йылдан шыттырлыған бойҙайҙан әҙерләнгән талҡан етештереү менән шөғөлләнгән йәмғиәттең киләсәк маҡсаттары, бизнес пландары менән таныштырҙы. Бөгөн эшмәкәрлек 510 квадрат метр майҙанды биләгән цехта алып барыла. Үҫешкә 30 миллиондан ашыу аҡса һалынған. Экологик таҙа ризыҡ менән төбәк, федераль һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашып өлгөргәндәр. Киләсәктә ауыл хужалығы тауары етештереүселәр, фермерҙар менән берлектә кооператив ойоштороп, талҡандың составын төрләндереү, дарыу үләндәре менән байытыу күҙаллана. Инвестиция проектына ярашлы, етештереү ҡеүәтен арттырыуға, автотехника паркын яңыртыуға дәүләт ярҙамы – субсидия - талап ителә.

Район Хакимиәте башлығы“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” буйынса мөрәжәғәттәр яҡлауға лайыҡ булыуын белдерҙе.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей