Эшкәртеү ҡеүәтен арттырмаҡсылар
Былтыр Еҙем-Ҡаран ауылында шәхси эшҡыуарҙар Альбина менән Рөстәм Ибраһимовтар һөт ҡабул итеү пункты асып, үҙ эшмәкәрлеген башлағайны. Барлыҡ техниканы, кәрәкле ҡорамалдарҙы бер ерҙән дә ярҙам алмай, үҙ көстәре менән һатып алалар.
Һөт ҡабул итеү пунктына һөт күпләп килеүен иҫәпкә алғанда, бында һөт һыуытыу ҡоролмаһының да ҙур күләмлеһе, йәнә бер һөт ташыу автомашинаһы (берәү бар) һатып алыу өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын иҫәпкә алып, хөкүмәттән ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Гранттар конкурсына үҙ бизнес-пландарын төҙөп тапшыралар, ул тиҫтәләгән план араһында иң уңышлыһы тип табыла. Һәм, ниһайәт, быйыл һөт йыйыу, етештереү һәм эшкәртеү йүнәлешендә эшләгән Ибраһимовтарҙың шәхси ауыл хужалығы предприятиеһы “Агростартап” программаһы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән 4 млн. 950 мең һумлыҡ грант отоуға өлгәшә.
Дәүләт ярҙамы оло ярҙам була уларға, 3 миллион 300 мең һумына 4 тоннанан ашыу һөт һыйҙырышлы заманса “Некст” һөт ташыу автомашинаһы, ҡалған суммаға 6 тонна һөт һыйған һыуытыу ҡоролмаһы, пресс-йыйғыс һатып алына. Ауыл хужалығы өлкәһендәге грантҡа һатып алынған техника эштә бик уңайлы. Хәҙер иһә райондың төрлө өлөшөндә урынлашҡан шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу процесы күпкә еңелләшәсәк.
Еҙем-Ҡаран ауылындағы һөт йыйыу пунктына һыйырҙың ағы районыбыҙҙан тыш, күрше Ауырғазы, Архангел, хатта Белорет районынан да килтерелә. Йәйге миҙгелдә был һөт пунктынан 20 тоннанан ашыу һөт оҙатыла, ҡыш һыйырҙар һыуалғас, күрһәткес 8 тонна тәшкил итә. Тәү сиратта шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан килгән һөттөң сифатына ҙур иғтибар бирелә. Һөт ташыусы машина килеү менән шундуҡ һөт өлгөләре алына һәм анализ яһала. Һөт йыйыу пунктында 7 кешегә эш урыны булдырылған. Эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу менән хеҙмәт урындары ла артыр тип күҙаллана. Бизнес-пландағы һөт йыйыу пунктын йыл әйләнәһенә ҡеүәтле эшләтеү өсөн Ибраһимовтар үҙ хужалығында алынған һөттө лә ҡулланасаҡ. Уңышлы эшҡыуарҙар Альбина һәм Рөстәм Ибраһимовтар киләсәктә шөғөлдәрен тағы ла киңәйтеп, һөттө үҙҙәрендә эшкәртеп, унан бер нисә продукция етештереп, һатыуға сығарырға иҫәп тота.
Автор:Индира Ишкина